Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 16:15

Мандаринлы бәлеш

Байрам табынына ошондай тәмлекәс әҙерләһәгеҙ, үҙегеҙгә лә, ҡунаҡтарға ла бик оҡшар.

Байрам табынына ошондай тәмлекәс әҙерләһәгеҙ, үҙегеҙгә лә, ҡунаҡтарға ла бик оҡшар.
Уны бешереү өсөн кәрәк:1 стакан көнбағыш майы,1 стакан газлы минераль һыу, 4 йомортҡа, 2 стакан шәкәр (1 стакан шәкәр менән дә килеп сыға), 1 ҡап ванилин, 4 стакан он, 1 ҡап йомшартҡыс (разрыхлитель), 3-4 мандарин кәрәк (икенсе емеш тә мөмкин, мәҫәлән, йөҙөм).Майҙы минераль һыу менән ҡушырға, йомортҡа, шәкәр, ванилин, йомшартҡыс өҫтәргә һәм болғатырға. Артабан он өҫтәп, йәнә болғатырға. Килеп сыҡҡан массаны майланған табаға ҡойорға, өҫтөн тигеҙләргә һәм емеш һалырға. 180 градуста йылытылған мейестә 40-45 минут бешерергә. Әҙер булғас өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә мөмкин.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: