Яйыҡ
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 14:00

Республика парламенты депутаттары күсмә зоопарктарҙы һәм дельфинарийҙарҙы тыйырға теләй

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары күсмә зоопарктарҙы һәм дельфинарийҙарҙы федераль кимәлдә тыйыуға өлгәшергә ниәтләй. Халыҡ һайланыусылары ғәмәлдәге ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә йыйына. Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачёв һүҙҙәренсә, ошондай федераль документ күптән кәрәк.

«Ҡағиҙә булараҡ, күсмә зоопарктарҙа йәнлектәр йыл әйләнәһенә тығыҙ ситлектәрҙә йәшәй, асылда, улар төрмә камералары булып тора. Хайуандар тейешле тәрбиәләнмәй, ашатылмай, ветеринария хеҙмәтләндереүенән мәхрүм. Һөҙөмтәлә улар йыш ҡына хәүефлегә әйләнә. Беҙҙең республикала, башҡа төбәктәрҙә бер нисә тапҡыр кешеләргә ҡарата агрессия осраҡтары теркәлде. Йәнлектәрҙең яҙмышына ла көнләшерлек түгел. Ишембай районында булған һуңғы осраҡты хәтергә төшөрөү ҙә етә, унда ситлектә ҡарауһыҙ ҡалдырылған айыуҙар табылды», — тип аңлатма бирҙе башланғысҡа республика Дәүләт Йыйылышы спикеры.
Был дельфинарийҙарға ла ҡағыла. Константин Толкачёв фекеренсә, ташыған ваҡытта йәнлектәр тығыҙ контейнерҙарҙа йәшәргә мәжбүр, ә ҡырағай тәбиғәттә улар бер көндә тиҫтәләрсә саҡрымды йөҙөп үтә.
Документта билдәләнгәнсә, закон көсөнә ингән осраҡта күсмә зоопарк хужаларына стационар эш режимына күсеү йә иһә йәнлектәрҙе башҡаларға һатыу өсөн ярты йыл ваҡыт бирелә.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1528960-bashkirskie-deputaty-khotyat-zapretit-peredvizhnye-zooparki-i-delfinarii-/
Читайте нас в