Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 16:20

Селтәрле ҡоймаҡ

Яҡындарығыҙҙы һүрәттәгесә йоҡа ғына, селтәрле ҡоймаҡ менән һыйлағығыҙ килһә, рецептын төркөмдәштәргә лә тәҡдим итәбеҙ. 0,7 литр йылымыс һыуға ярты ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 аш ҡалағын тултырмай ғына ҡамыр күперткес (дрожжи), 1 йомортҡа, самалап он һалып бутарға. Ҡамыр шыйыҡ килеп сыға. Артабан уны 15-20 минутҡа йылы урынға ултыртып торорға. Һуңынан семтем генә соданы уксуста һүндереп ҡамырға һалып болғатырға. Шунда уҡ ҡоймаҡты ҡоя башларға. Бик тәмле итеп бешә.

Яҡындарығыҙҙы һүрәттәгесә йоҡа ғына, селтәрле ҡоймаҡ менән һыйлағығыҙ килһә, рецептын төркөмдәштәргә лә тәҡдим итәбеҙ.
0,7 литр йылымыс һыуға ярты ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 аш ҡалағын тултырмай ғына ҡамыр күперткес (дрожжи), 1 йомортҡа, самалап он һалып бутарға. Ҡамыр шыйыҡ килеп сыға. Артабан уны 15-20 минутҡа йылы урынға ултыртып торорға. Һуңынан семтем генә соданы уксуста һүндереп ҡамырға һалып болғатырға. Шунда уҡ ҡоймаҡты ҡоя башларға.
Бик тәмле итеп бешә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: