Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 15:28

Указға үҙгәрештәр индеререлде

Кеше араһына сыҡмай тороғоҙ, ҡәҙерле ағай-апайҙар!

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ изоляция режимы оҙайтылды тип хәбәр итте "Башинформ". Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ изоляция режимы 31 декабргә хәтлем оҙайтыла.
Социаль учреждениеларҙа булғандар өсөн дә мотлаҡ изоляция режимы 31 декабргәсә һаҡлана.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы, муниципалитеттарҙағы санитар-эпидемиологик хәлдән сығып, бөтә кластар ҙа мәктәптә уҡый алған ҡала-райондар исемлеген төҙөргә тейеш.
Радий Хәбиров шулай уҡ халыҡтың битлек режимын һәм 65 йәштән өлкәндәрҙең изоляция тәртибен үтәүен тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты.
Тикшереү көсәйтелергә тейеш райондар иҫәбендә беҙҙең Учалы ла аталған,ти.
Читайте нас: