Радий Хәбиров ҡала-ауылдарҙа боҙ ҡаласыҡтары һанын арттырырға ҡушты. Был халыҡтың күпләп йыйылыуына юл ҡуймай. Майҙансыҡтар 10 декабргә әҙер булырға тейеш. Балалар баҡсаларында яңы йыл иртәлектәре үткәрергә мөмкин, ләкин төркөмдәрҙә һәм ата-әсәһеҙ генә. Ресторандар Яңы йылда - тәүлек әйләнәһенә, ә каникул көндәрендә таңғы 6-ан төнгө 2-гә тиклем эшләргә мөмкин.
Ата-әсәһе ҡапыл коронавирус менән ауырып китеп дауаханаға эләкһәләр, ә балаларҙы ҡалдырырға урын, ҡарарға кеше булмаһа, улар төбәктең социаль приюттарына мөрәжәғәт итә ала. Уларҙы ваҡытлыса, ата-әсәләре дауахананан сыҡҡансы, ҡарап-тәрбиәләп торасаҡтар.