Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 11:25

Йоҡлап ятҡан айыуҙы атҡандар

Йоҡлап ятҡан айыуҙы уятып, өңөндә аталар.

Йылайыр районынан ике браконьер Хәйбулла районына барып айыу атырға булалар. Ошо яҡ кешеһенән тайыштабандың өңөн күрһәтеүҙәрен һорағандар. Тегеһе 15 мең һум аҡса күреү менән ризалаша. Ҡәбәхәттәр йоҡлап ятҡан айыуҙы уятып, уны өңөндә атҡан. Әйткәндәй, юлда улар бер ҡоралайҙы ла үлтергән булған.Хайуандарҙың түшкәһен эшкәртеп бөтөүгә һунар инспекторҙары һәм полицейскийҙар килеп сыға, уларҙан ҡасып ҡотола алмайҙар.Браконьерҙарҙың УАЗ, ВАЗ-2106 автомобилдәрен, ике мылтығын, патрондарын, бысағын, рацияһын, балтаһын тартып алғандар.
Читайте нас: