Яйыҡ
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 17:50

Рөхсәтһеҙ ерләһәң - штраф

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. 2020 йылдың 10 декабренән республика халҡы өсөн мәрхүмдәрҙе ерләүгә бәйле яңы штрафтар көсөнә инә.Документҡа ярашлы, рөхсәтһеҙ ерләгән өсөн граждандарға – 1-3 мең, вазифалы кешеләргә – 10-20 мең, ойошмаларға 100-200 мең һум штраф һалына.Ҡәберлектәрҙе тәртиптә тотмаған өсөн дә Башҡортостан Республикаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының үҙгәртелгән 3.5-се статьяһында штраф һалыу ҡаралған: граждандарға – 1-3 мең, вазифалы кешеләргә – 3-5 мең, ойошмаларға – 5-10 мең һум.Ҡәбергә ҡойма йәки таш законһыҙ ҡуйылған осраҡта штрафтың 1-30 мең һум тәшкил итеүе мөмкин. https://www.bashinform.ru/news/1529467-v-bashkirii-vvedeny-novye-shtrafy-za-narusheniya-v-pogrebenii/

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. 2020 йылдың 10 декабренән республика халҡы өсөн мәрхүмдәрҙе ерләүгә бәйле яңы штрафтар көсөнә инә.
Документҡа ярашлы, рөхсәтһеҙ ерләгән өсөн граждандарға – 1-3 мең, вазифалы кешеләргә – 10-20 мең, ойошмаларға 100-200 мең һум штраф һалына.
Ҡәберлектәрҙе тәртиптә тотмаған өсөн дә Башҡортостан Республикаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының үҙгәртелгән 3.5-се статьяһында штраф һалыу ҡаралған: граждандарға – 1-3 мең, вазифалы кешеләргә – 3-5 мең, ойошмаларға – 5-10 мең һум.
Ҡәбергә ҡойма йәки таш законһыҙ ҡуйылған осраҡта штрафтың 1-30 мең һум тәшкил итеүе мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/1529467-v-bashkirii-vvedeny-novye-shtrafy-za-narusheniya-v-pogrebenii/
Читайте нас в