Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 22:25

Ҡырағай

Ныҡлы ҡарарға килде Ҡадир: бөгөн барыбер алып ҡайтасаҡ ул Мөхтәрен! Күпме һуҙып йөрөргә була? Күңелендә күптән өйөндә йәшәтә бит инде. Мөхтәр тип исем дә ҡушып ҡуйҙы. Мөхтәр тураһында кино ҡарағайны, ныҡ оҡшаны уға был фильм. Шул мәлдә үк: “Этем булһа, мотлаҡ Мөхтәр тип атаясаҡмын” тип әйтеп ҡуйғайны. Уның эте кинолағы эттән һис тә кәм булмаясаҡ.

Ныҡлы ҡарарға килде Ҡадир: бөгөн барыбер алып ҡайтасаҡ ул Мөхтәрен! Күпме һуҙып йөрөргә була? Күңелендә күптән өйөндә йәшәтә бит инде. Мөхтәр тип исем дә ҡушып ҡуйҙы. Мөхтәр тураһында кино ҡарағайны, ныҡ оҡшаны уға был фильм. Шул мәлдә үк: “Этем булһа, мотлаҡ Мөхтәр тип атаясаҡмын” тип әйтеп ҡуйғайны. Уның эте кинолағы эттән һис тә кәм булмаясаҡ.Наил көттөрмәне, һөйләшелгән ваҡытҡа килеп тә етте. Тәҙрәнән башы күренгәс тә, Ҡадир тоҙағын, кәрәк була ҡалһа тип ҡайыш һалынған ҡапсығын тотоп, ҡултыҡ аҫтына йоҡарып бөткән иҫке бер фуфуайка ҡыҫтырып тышҡа сыҡты. Кроссовкиҙарына икеләнеп ҡарап торҙо ла, итеген алып кейҙе. Фырт ҡына кейенеп алған дуҫы менән күрешкәндән һуң, һүҙһеҙ генә ферма яғына атланылар.– Һинең берәй нормальный эт алғың килмәйме ул? – тип, ризаһыҙлығын белдерҙе Наил. – Ул берәҙәк эттең нимәһенә ҡыҙҙың? Йүнле нәмә сығыр тиһеңме унан?Наил – уҡытыусылар ғаиләһенән. Шуғамы икән, үҙен тотошо, һөйләшеүе менән башҡа малайҙарҙан айырылып тора. Етмәһә күҙлек кейә. Ә күҙлек кейгән кешене, үҙегеҙ беләһегеҙ, “умник” тиергә яратабыҙ. Ауыл малайҙары прическа тип бик иҫе китеп бармай, матур ғына итеп алдыралар ҙа йөрөй ҙә яталар. Ә Наил улай түгел, уға үҙен тотошо менән генә түгел, ҡиәфәте менән дә башҡаларҙан айырылып торорға кәрәк. Прическаһы ла ниндәй бит әле: алғы сәсе күҙенә саҡлы төшөп тора. Ҡадирҙың уға ҡараған һайын сәсен һыпырғыһы килә. Әйтерһең, уның үҙенә ҡамасаулай Наилдың сәсе. Ә арт яғынан ҡып-ҡыҫҡа итеп алдырған. Буйға ла нәҙек оҙон. Әллә оҙон буйынан уңайһыҙланып, эйелеберәк атлап йөрөй. Ысынлап та, башҡа малайҙар төпөш, әммә аяҡтарында ныҡлы баҫып торалар шул. Бына Ҡадир ҙа унан бер башҡа тәпәш, әммә мускулдары ла бар, көслө лә. Наил кеүек ел иҫһә осоп китерҙәй булып йөрөмәй. Ғөмүмән икеһе ике төрлө улар. Шулай ҙа бәләкәйҙән дуҫтар, нимә уларҙы бәйләп торалыр, үҙҙәре лә аңламай. Наил тәүҙә бөтә нәмәне ныҡлап уйлай шунан ғына эшләй. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ тигән мәҡәл тап уның хаҡында. Ә Ҡадир уйлай ҙа шунда уҡ эшләп тә ҡуя. Бына әле лә фермаға, ҡырағай эт тоторға китеп баралар, ә ул һәйбәт джинсы салбар менән куртка, кроссовки кейепалған. Ә Ҡадир эшкә кейгән кейемдәрен кейҙе.– Эх, аңламайһың һин! Ул бит ҡырағай! Ябай урам эте һәр кемдең йортонда тора, ә минеке таҙа тоҡомло эттәрҙең балаһы, уның кеүек бер кемдә лә юҡ. Бүре кеүек бит ул, уҫал.– Уҫал ғына түгел, йыртҡыс булып сыҡһа?– Тиҙ ауыҙлыҡлармын мин уны, көймә! Әйҙә һин дә үҙеңә араларынан берәйһен һайлап алып ҡайт.– Шул ғына ҡалмағайны! Үҙемдең Аҡтүшем бына тигән!– Бына тигән дә ул, бер нәмәгә лә эшкинмәй ҙә инде.Уның һүҙҙәре Наилдың зитына тейҙе.– Әллә һинең бының эшкинер тип уйлайһыңмы?! – тип үсеккәндәй ҡылтайып китте. Ҡадир өндәшмәне, һәр береһе үҙ фекерендә ҡалды.Эйе, Наилдың эте бар, һүҙ юҡ, ихаталарын һәйбәт һаҡлай. Әммә һунар ҙа итмәй, көтөү ҙә көтөшмәй.Егет ҡорона ингән Ҡадир менән Наил шулай һөйләшә-һөйләшә фермаға килеп етте.Быйыл 9-сыны тамамланы егеттәр. Ҡадир берәй техникумға китәм тип йөрөп тә алғайны, тик әсәһе менән атаһы ла, класс етәксеһе лә ҡырҡа ҡаршы төштө. Йәнәһе, тура юғары уҡыу йортона инер. Ә егеттең ни эшләптер ундай теләге бик юҡ. Ҡалыуын ҡалғас, 11-ҙән һуң армияға китәсәк. Ә артабан нимә эшләргә... ҡайтҡас уйлар.Егеттәр был ҡырағай эттәрҙе бер нисә көн ҡарауыллай инде. Уларҙың урманда килеп сығыуҙарына бер нисә йыл. Йәнлек тотоп, шунда йәшәйҙәр. Ауыл халҡына зыяндары теймәгәс, бер кем иғтибар итмәй, йөрөйҙәрме – йөрөйҙәр. Ҙурҙары ла бар, бәләкәйҙәре лә. Мөхтәргә 5-6 ай тирәһе. Ҡадир ҙа, әгәр тарихын белмәһә, уның менән ҡыҙыҡһынмаҫ ине, моғайын. Күрше ауылда урмансы ағай йәшәй, уның шәп овчарка эте бар. Бөтәһе лә уға ҡыҙыға. Уға йыш ҡына ҡаланан һунарсылар килә лә, урмансы ағай уларҙы һунарға алып сыға. Бер ваҡыт шулай урыҫ танышы килә. Үҙе менән һунар этен дә алып килә. Уны эйәртеп, сығып китәләр урманға. Ныу эте шәп, тип ошо урыҫ танышының һунарсы этен ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләгәнен алдан да ишеткәне бар ине Ҡадирҙың. Ул көндө лә бер-бер артлы ике ҡуян тота ул. Өсөнсөһөн баҫтырып сығып китә лә кире әйләнеп килмәй ҙә ҡуя. Ҡараңғы төшкәнсе саҡырып та, эҙләп тә ҡарайҙар, тапмайҙар. Урыҫ та этен көтөп ята алмай, ҡалаһына ҡайтып китә. Икенсе көнө кискә генә эҙләп алып ҡайта этте урмансы. Алып ҡайтып, бәйләп ҡуя. Тиҙҙән әлеге һунар эте көсөкләй. Көсөктәрҙе таныш-тоношо таратып ала. Береһенгенә, ни эшләптер, баяғы ҡырағай эттәргә ҡуша ла ебәрә...Ҡадир үҙе лә һунар итергә ярата. Һунар эттәренә гел күҙе ҡыҙа. Тик, уларҙы һатып алам тиһәң, ҡиммәт, әлегә үҙе аҡса эшләмәгәс, хәленән килмәй. Ә ябай урам эттәрен алғыһы килмәй. Ана, урамында шундай берәү тора инде. Тузигын һунарға гел үҙе менән йөрөтөп маташты, исмаһам яңылыш ҡына булһа ла берәй ҡуян тотһасы! Ҡартайҙы инде хәҙер, саҡ йөрөй. Ә был көсөк тураһында ишеткән көндән бирле тынғыһы юғалды. Бушҡа килеп инәсәк бит шәп эт: атаһы – овчарка, әсәһе – ул хыялланған һунар эте.Эттәр һөт эсергә быҙау фермаһына киләләр. Инеп-сығып йөрөргә, ерҙе ҡаҙып, урын да эшләп ҡуйғандар. Быны күҙ уңдарына һалып ҡуйғайны инде егеттәр.Килеп еткәс тә, тәү сиратта, өлкән эттәр һыймаҫлыҡ итеп, тишекте бәләкәсәйттеләр. Мөхтәр кәүҙәгә иң бәләкәйе, ул ғына инә аласаҡ. Унан Ҡадир тоҙағын ҡорҙо. Инде эттәрҙең һөт эсергә килгәнен көтөргә ҡалды.Әле яҙ. Тиҙҙән каникулға сығалар. Йәйгеһен рәхәтләнеп был ҡырағайҙы өйрәтер. Көҙгә Мөхтәре менән рәхәтләнеп һунарға ла йөрөй башларҙар әле, икенсе йыл көтөү ҙә көтөрҙәр. Әҙ булһа ла аҡса эшләр, ата-әсәһенә ярҙам булыр, тигән уйҙа. Быйыл да быҙау көтөүен алырға уйлағайны ла, атаһы ни эшләптер риза булманы.Бына уйнай-уйнай сабышып килгән эттәрҙең тауышы ишетелде. Егеттәр, уларҙы өркөтмәҫкә була, шунда уҡ боҫтолар. Ысынлап та, башҡа эттәр һыймаһа ла, Мөхтәр тырышып-тырмашып тишектән килеп инде. Инде лә тоҙаҡҡа ҡапты ла. Шуны ғына көткән Ҡадир менән Наил уны эләктерә лә һалды. Мөхтәр үҙенә күрә түгел: һис яҡын ебәрмәй. Тоҙаҡтан ысҡындырырға маташҡан малайҙарҙың ҡулдарын тешләргә ынтыла, уҫал итеп ырылдай.– Оһо, ҡара әле һин уны! Был этең һине генә тешләһен инде! – тип Наил ситкә китте. – Ебәр ҙә ҡуй. Нимәгә кәрәктер инде һиңә был ҡырағай! Нормальный эт алмай, – тип үҙе һаман орошто. Әммә Ҡадир бирешергә теләмәне.– Алып ҡайтам тигәс, алып ҡайтам. Инде ҡулға килеп эләккән нәмәне нишләп ебәрәйем ти. Ҡана фуфайканы алып бир!Наил йәһәт кенә уға фуфайканы һондо. Алай ҙа алған, йәтеш булды. Көсөккә ырғытты ла, тоҙаҡтан саҡ ысҡындырып алды. Шунда уҡ муйынына һалып алған ҡайышын эләктереп, бау бәйләп ҡуйҙы.Урам буйлап эре генә эт эйәртеп ҡайтырға уйлағайны ла, килеп сыҡманы. Мөхтәр уның ыңғайына барырға һис теләмәне. Туҡтауһыҙсыйылдай, сәңкелдәп өрә. Атламай, дүрт аяҡлап ҡарыша.Ҡадир уны һөйрәтеп алып бара тиһәң дә була. Бына ҡапыл алға ынтылды ла егеттең аяғынан тешләп алды.– Ах!.. – Ҡадир этте тибеп ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ярай әле, белгән кеүек, итек кейгән. Эт сыйылдап саңҡатан барып төштө.– Нимә тибәһең! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Наил. – Ыҙалатып барғансы, ебәр!– Ебәрмәйем! – Ҡадирҙың һүҙҙәре теш араһынан ҡыҫылып сыҡты.Көрәшеүҙең яҡшы ысулы икәнен аңлап алған Мөхтәр, тибелеп ауыртынһа ла, Ҡадирҙың аяғына яңынан барып йәбеште. Шуның һайын Ҡадир этте алға һөйрәне. Аяуһыҙыраҡҡа әйләнде. Әйтерһең, эттең ҡырағай холҡо уға ла күсте.– Ана бер проволка ята, килтер әле! – тип Наилға бойорҙо.– Нишләтергә уйлайың? – Дуҫы уға шикләнеп ҡараны, шулай ҙа проволканы барып алды.– Мин был ҡырағайҙы тотоп торам, ә һин ҡайышҡа бәйлә. Ҡара уны, ысҡынырлыҡ булмаһын.Ҡадир Наилдан фуфуйканы алды ла, этте ҡаплап тотто, Наил шул арала йәһәт кенә эләктереп ҡуйҙы. Инде Мөхтәргә сараһыҙҙың көнөнән күнергә тура килде.Соландан сыҡҡас та тупһа аҫтында ҙур булмаған тауыҡ ояһы бар ине, шунда индереп ебәрҙеләр. Ҡадир өйҙән бер һауытҡа һурпа, икенсеһенә һөт ҡойоп алып сыҡты.– Бына, ошо хәҙер һинең өйөң була! – тине ҡәнәғәт тауыш менән Ҡадир.Тик Мөхтәрҙең яңы өйөнә шат түгеллеге күренеп тора. Илаған тауыш сығарып, сыйылдап мөйөшкә барып ултырҙы.– Үҙенә күрә түгел бит был, ашамаған була. – Аш һалынған һауыт янына төрлөсә саҡырып ҡараған Наил баш сайҡаны.– Аша-а-ар... – тип һуҙҙы Ҡадир. – Ҡайҙа барыр тиһең!Үҙе еңеүсе ҡиәфәтендә ергә серт төкөрөп алды. Теш араһынан ҡапыл ғына төкөрөп ҡуйыу уның ғәҙәтенә ингәйне. Бигерәк тә күңеленә ятҡан берәй эш эшләһә, шәп берәй нәмә эшләгәнен күрһәткеһе килһә. Был үҙенән үҙе килеп сыға, Ҡадир үҙе лә һиҙмәй ҡала.– Әле беҙгә үсегеп, холҡон күрһәтеп ултырыуы инде...Әҙерәк яңы йортона өйрәнһен, ҡурҡмай ғына ашап алһын тип, егеттәр өйгә инеп китте.Сәй эсеп, шахмат уйнап, тышҡа сыҡҡанда һарай буш ине.
– Вәт ҡырағай! Сығып ҡасҡан бит тәкем. – Ҡадирҙың эткә лә, үҙенә лә йәне көйҙө. Шул бер хайуанға баш була алмаймы?Наил быға һөйөндө генә.– Барыбер китер ине. Уның тыуған йорто хәҙер – урман. Иректә йәшәргә өйрәнгәс, нишләп һиндә бәйле торорға риза булһын ти?!– Барыбер алып ҡайтам мин уны. Барыбер өйрәтеп алам! Һәм миндә лә бәйле тормаясаҡ ул, иректә йөрөйәсәк, бына күрерһең!..– Әл-лә-ә. – Наил баш сайҡаны. Эттең холҡона ҡарағанда был булмаҫтай хәл тойолдо уға.Ике-өс көндән барып алып ҡайтты Ҡадир Мөхтәрен. Шулай уҡ тоҙаҡҡа тотто. Тыпырсынмаҫлыҡ итеп урап, күтәреп алып ҡайтты. Алып ҡайтты ла сылбырға ултыртты. “Әлегә шулай кәрәк. Бына, әҙерәк миңә, был йортҡа өйрәнеп китһәң, ысҡындырырмын. Барыһы ла һинең үҙеңдән тора...” – тип һөйләнде үҙ алдына.Ашауын ашаны, әммә бер кемде лә үҙенә яҡын ебәрмәне Мөхтәр. Ә иң үҙәккә үткәне – туҡтауһыҙ олоуы булды. Бының менән ни эшләргә лә, нисек көрәшергә лә белмәне Ҡадир, бер аҙна олой бит инде. Әммә, бирешеп, ысҡындырып ебәргеһе лә килмәне. Олоған һайын сығып ояһына ҡыуып индереп тә, таяҡ алып елгәреп тә ҡараны, файҙа бирмәне.– Ебәр шул кәнтәйеңде иреккә! – тип әсәһе көн дә орошто. Орошорлоҡ та шул, күрше-тирә лә ялҡты бит инде эт олоуын тыңлап. Әсәһе, моғайын, күптән ысҡындырған булыр ине, әммә яҡын барырға ҡурҡа. Ҡадирҙың “кәнтәй” тиеүенә йәне көйҙө.– Нишләп кәнтәй булһын, Мөхтәр бит ул! – тип асыуланды.Уның ысынлап та инә эт икәнен ул аҙаҡ ҡына белде. Әммә исем ҡушылғайны, башҡаға үҙгәрткеһе килмәне, эт шулай Мөхтәр килеш ҡалды.Ҡадирҙың да бер көн килеп түҙемлеге һынды. – Бар-бар, һыпырт урманыңа, ҡырағай! – тип йәне көйөп ысҡындырып ебәрҙе. Шуны ғына көткән ҡырағай эт, ихатаны бер нисә тапҡыр ураны ла, урамға сабып сығып та китте. Ҡадирҙың эсе бошоп тороп ҡалды. Мөхтәр менән дуҫлашыр өсөн нимә генә эшләп ҡараманы ул! Наил дөрөҫ әйткән, “уның тыуған йорто хәҙер – урман. Иректә йәшәргә өйрәнгәс, нишләп миндә бәйле торорға риза булһын!..” Барыбер китте... Эт урынына үҙе олорҙай ине Ҡадир. Наил хәҙер күҙен астырмай көлөр инде. Былай ҙа килгән һайын, өйрәтә алмайың һин уны, ебәр, тип теңкәһенә тейҙе.Көсһөҙлөгөнә ғәрләнеп тупһаға барып ултырыуға әллә ҡайҙан Тузик килеп сыҡты. Ҡадирҙы йыуатҡандай, башын хужаһының тубыҡтарына һалды.– Шулай, Тузик, һин генә беҙгә тоғро. Их, ҡартайып киттең шул!..Ике көндән әсәһенең кемгәлер хәбәр һөйләй-һөйләй уны саҡырғанға тышҡа сыҡҡас, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: ихатала уның ҡырағайы йөрөп ята!– Ана, ҡайтҡан ҡырағайың! Кире бәйләп ҡуяһыңмы, нишләтәһең, әммә мине үткәрһен.– Мөхтәр! Ҡайттыңмы? Мин бит һине бөтөнләйгә сығып киттең тип уйлағайным! – Ҡадир һөйләнә-һөйләнә этенең муйындарын, ҡолаҡ арттарын тырнаны. Ғәжәп, тегенеһе ҡаршылашырға, тешләшергә уйламаны ла, киреһенсә, ҡыуанысын белдереп, ҡойроҡтарын болғай-болғай Ҡадирға һикерҙе, битен, ҡолаҡтарын яланы.Шулай ҡырағай Мөхтәр уларҙа йәшәп алды ла китте. Сылбырҙа тотоу ҙа кәрәкмәне.Йәй үтеүгә Мөхтәр нәҙек оҙон булып үҫеп китте. Бәләкәй сағында нисек йәмһеҙ генә булһа, әле лә матурайманы.Ҡолаҡтарының береһе торһа, икенсеһе – ята. “Әллә шул этеңде ашатмайһыңмы ул?” – тип йәлләп һорап ҡуйыусылар ҙа булғыланы. Ә Мөхтәр үҙе күп ашамай ине. Еткәнсе генә ҡапҡылай ҙа, ҡалғанын алып барып күмеп ҡуя.Көҙ – һунар итә торған миҙгел, түҙемһеҙлек менән саҡ көтөп алды Ҡадир менән Наил. Тиҙерәк Мөхтәрҙе һунарға алып сыҡҡыһы, этен һынап ҡарағыһы килә.Урманға Наилдың мотоциклында сығып әйләнергә булдылар.– Бер тапҡыр ҙа бер йәнлек тә эләктереп ҡарамаған, әле нисек тота килеп ҡуян баҫтыртһын, – тип Мөхтәрҙең һәләтенә ышанманы дуҫы. – Һинең дә, эт өйрәтә торған оҫталығың булһа, Тузигың быға тиклем бынамын тигән шәп һунарсыға әйләнгән булыр ине.Наилдың төрттөрөп әйтеүе. Эйе, Ҡадир Тузикты һунарға өйрәтәм тип әллә нисә тапҡыр урманға алып сығып ҡараны. Исмаһам берәй ҡуяндың эҙенә төшһәсе!– Һин Мөхтәрҙе Тузик менән сағыштырма! – тип үпкәләй һалды Ҡадир. – Һунар итеү бының ҡанында, ә Тузик – ябай урам эте.– Тузикты өйрәтә алмағанға шулай тигән булаһың инде хәҙер! – тип көлдө Наил дуҫының зитына тейеп.– Хәҙер күрерһең! – тип серт төкөрөп ҡуйҙы Ҡадир.Мөхтәрҙе уртаға ултыртып алып, урманға киттеләр. Ғәҙәттә ҡуяндар осраштырғылаған яланда туҡтанылар. Мөхтәр һикереп төшөп йүгереп йөрөп килде, аҙаҡ егеттәрҙең янынан китмәне. Ҡадир күпме генә ҡуян эҙенә төшөрөргә маташһа ла, уйлап та бирмәне.– Әйттем мин һиңә! – тип шуның һайын мыҫҡыл итте Наил. Күренеп тора: эстән генә тантана итә. Ә Ҡадирҙың еңелгәненә, этенең эшкимәгән булып сығыуына йәне көйҙө. “Барыбер өйрәтәм мин уны! Барыбер һунар итәсәк!” тип сәмләнде эстән. Күңелһеҙ генә ҡайтырға сыҡтылар. Урман ситенә етәрәк, уртала шым ғына барған эт төшөргә һорап тыпырсына башланы.– Тик кенә ултыр, хәҙер ҡайтып етәбеҙ! – тип этен нығыраҡ ҡыҫты Ҡадир. Әммә тегеһе уның һайын төшөргә тырышты.– Туҡта әле! – тине ахырҙа Наилгә.Тегеһе теләмәй генә мотоциклын яйлатты. Туҡтап өлгөрмәне, Мөхтәр һикереп төштө лә йән фарман килгән яҡҡа кире сапты.– Ҡырағай тормошо иҫенә төштө, – тип ауыҙ йырҙы Наил. – Гуд бай Мухтар булдымы был?Ҡадирҙың Мөхтәрһеҙ тороп ҡалғыһы килмәй ине. Ҡуян тотмаһа ни! Былай һәйбәт, тоғро эт бит, шул етмәгәнме ни?!– Мөхтәр! Мөхтәр! – тип саҡырып, артынан йүгерҙе.Тик Мөхтәр шәп саба ине, тиҙҙән ағастар араһында күҙҙән юғалды. Ҡадир, мотоцикл эргәһенә килгәс, башын эйеп лап итеп ергә ултырҙы.– Һин әйткән ысын булыр микән ни?– Әтеү!Быға ышанғыһы килмәне Ҡадирҙың. Шуға, Наил ҡайтырға ҡабаландырһа ла, ашыҡманы, һаман Мөхтәрен көттө. Һәм, ысынлап та, тиҙҙән яланғас ағастар араһынан Мөхтәр килеп сыҡты. Ҡуян тешләп алғайны. Ҡадир ҡыуанысынан уға ҡаршы йүгерҙе. Әммә ҡырағай шып туҡтаны ла артҡа сигенде. Үҙе хужаһынан күҙҙәрен алмай.– Һин нимә, Мөхтәр? Мине танымайһыңмы әллә? Кил!Ҡадир уға бара башлаһа, артҡа китә. Яҡынлатмай.– Йә, ҡырағайың килде, ҡайттыҡ! – тип түҙемһеҙләнде Наил.– Туҡта, ана бит ҡуян тотҡан.– Һинең этең ҡуян тотҡан тип мин нишләргә тейеш? Эшем күп былай ҙа. Ҡайтмаһаң, ҡал! – тип мотоциклына ултырҙы.– Инәлттең, ҡайт! Эшем эйәһе! – тине серт төкөрөп Ҡадир.Күренеп тора бит инде: көнләшеүҙән шулай ҡылана. Юҡһа Ҡадир менән бергә ҡыуаныр ине. Ә Наил ысынды әйткән булып сыҡты: ҡайттыла китте. Ҡадир үпкәләргә тырышмаһа ла, күңелендә бер төйөн күптән яралғайны инде. Уны үсектермәйем тип нимә эшләһен һуң?Ҡадир Мөхтәрен саҡыра-саҡыра ауыл яғына табан атланы. Эт уға эйәрҙе. Бер аҙҙан ҡурҡыныс янамауын һиҙҙеме, егеткә яҡынланы. Шунда ғына башына барып етте: был бит Ҡадирҙан табышын ҡыҙғана! Ҡуянын бирмәй әллә күпме барҙы шулай Мөхтәр. Ҡадир талап тигәндәй алды үҙенән. “Табышын тотҡас та хужаһына килтереп өйрәнһен”, – тип уйланы ул. Атлаған ерен атлап, йүгергәнен йүгереп үтеп, һуң ғына ҡайтып еттеләр.Шунан һуң ысын һунарсыға әйләнде Мөхтәр. Инде Наилһыҙ ғына, икәүләп кенә йөрөнөләр яланға. Мөхтәр ҙә оҫтарып алды: Ҡадир мотоциклын сығарыуға, артына һикереп ултырып та ала. Башында каскаһы ғына етмәй. Яланға барып еткәс, әкренәйә, эте тыбырсына башлаһа, тимәк, яҡында ғына ҡуян йөрөй тигән һүҙ. Мотоциклын тағы ла нығыраҡ яйлатһа, һикереп төшә лә табышына саба. Тик шуныһы: һунарға барып та, бер нәмәһеҙ ҡайтһалар, бөттө баш: төнө буйы саңҡылдап өрөп сыға. Ныҡ ауыр кисерә ине бындай көндәрҙе. Йоҡо бирмәй башлаһа, аптырап, Ҡадир тупһанан берәй нәмә елгәреп булһа ла инә ине.Ҡырағай Мөхтәр Ҡадирҙың айырылғыһыҙ дуҫына әйләнде. Ҡайҙа барһа ла артынан тотам да ҡалмай. Мәктәпкә күрше ауылға йөрөп уҡыйҙар. Ҡышын уҡыусыларҙы көн дә ауыл осонан автобус тейәп алып китә, дәрестәрҙән һуң шунда уҡ килтереп төшөрә. Мөхтәр дуҫын автобусҡаса оҙатып, сыйылдап илап тороп ҡала, ҡайтҡанында ҡыуанып ҡаршы ала. Әллә көнө буйы ошонда ултырамы икән, тип хафаланып та ҡуйғайны, әсәһе һин килер алдынан ғына сығып китә, тигәс, тынысланды. Уның ҡайтып килгәнен һиҙәме икән шулай? Бер тапҡыр ҙа һуңлағаны булманы бит, гел ҡаршы килеп тора. Мөхтәрҙең тоғролоғона класташтарының да иҫе китте. “Нисек өйрәтеп алдың, серен сис әле”, – тиеүселәр ҙә әҙ булманы. Ә Наилдың, һиҙҙерергә тырышмаһа ла, эсе көтөрләй ине. Хатта дуҫлыҡтары ла һуңғы ваҡытта һыуынып тора.– Ҡырағай бер хайуанды минән яҡыныраҡ күрәң, – тип үпкәләп ҡайтып киткән саҡтары ла булғыланы. Бәлки. Әммә Ҡадирға улай тойолмай. Хәйер, Мөхтәр тураһында күберәк тә һөйләп ташлайҙыр. Шул арала сертләтеп төкөрөп тә алалыр. Тыйылып тора алмай әллә ниңә. Шулай булмай һуң, ҡырағай этте эйәләштерергә һәр кемдең ҡулынан килә тиһеңме! Әммә, ни генә тимә, эт үҙенең урынында, дуҫы-үҙенең.
Һиҙҙермәй генә ҡыш та уҙҙы. Уҡыуҙар тамамланғас, ауыл йәштәре костер яғырға әүәҫләнеп алды. Бөркөү клубта йөрөгәнсе, тиҙәр ҙә, тиҫтер йәштәгеләр йыйылып, тау башына менеп китә. Тау тип әйтәләр генә, ә ысынында уның өҫтөндә – тигеҙлек. Аҫта – ауыл йәйрәп ята, улар һыу төшкән, ҡыҙынған, балыҡ тотҡан, ҡышын сәкән һуҡҡан, конькиҙа шыуған, саналарҙа һөйрәтешеп йөрөгән йылға аға, артабан еләкле, йәнлекле урман китә. Бына шундай йәмле генә урында, ышыҡта ултыра уларҙың ауылы. Ә бында, тау башында, ҡырыҫыраҡ – ана, баҫыуҙан һуң ысын тау башлана. Уларҙың тау башы иһә бала-сағаның яратҡан урыны. Бәләкәй саҡтарында ҡар асыла башлағандан ҡара көҙгә тиклем күпме туп типтеләр, ниндәй генә уйындар уйнаманылар. Ҡышын сана шыуырға йәтеш урын, ауылға тиклем килеп төшәһең.Ҡадир сығыуға уны Мөхтәре көтөп тора ине инде. Хужаһын күреүгә ҡойроҡтарын болғай-болғай килеп тә етте. Әммә Ҡадирҙың уны алып сығырға уйында юҡ. Нисек инде киске уйынға эт эйәртеп бармаҡ кәрәк? Унан ҡалмаясаҡ бит ул.– Уның нимәһен йәлләп тораһың, ана, мунса соланына биклә лә кит. Ҡайтҡаныңса үлмәҫ әле! – Наил дуҫы уға шундай кәңәш бирҙе.Ысынлап та, әҙерәк кенә бикле ултырһа ла зыян юҡ. Ҡадир шулай итте лә. Ҡыуана-ҡыуана хужаһы артынан соланға инеп алданған ҡырағай эт сыйылдап илап тороп ҡалды. Егеттең күңеленә ҡыйын булып торҙо башта. Эйәртмәгәненә үкенеп тә бөттө. Шулай ҙа костер яҡҡан ергә етеп, дуҫтары менән осрашҡас, Мөхтәр онотолдо. Етмәһә таныш түгел ҡунаҡ ҡыҙҙар ҙа күренә, уларҙың береһенә Ҡадир күптән күҙ һалып ҡуйған. Гөлнәзирә уның исеме. Был турала Наилға ла серен систе. Шуғамы, Наил килгәс тә уға иғтибар итте.– Ана һинең тегенең килгән, – тип эйәге менән генә шул яҡҡа төрттө.– Тегенем түгел ул минең, уның исеме бар – Гөлнәзирә.– Ярай инде, ярай, Гөлнәзирә тәк Гөлнәзирә...Уйындар уйнап, кемдер гитараһын да алып сыҡҡан – ҡушылып йырлап, бик күңелле ултырҙылар костер эргәһендә. Шул саҡ эт саңҡылдап өргәне ишетелде. Был тауышты Ҡадир мең эт араһынан да таный: уның ҡырағайы бит! Мөхтәр! Ҡайҙан белгән уның бында икәнен? Нисек сыҡҡан бикләнгән еренән? Әлбиттә! Туҡтауһыҙ өрөп торһа, йәлләп, әсәһе ишекте асҡан!Ҡараңғынан эт килеп сыҡҡас, ҡыҙҙар сыр-сыу килеп ҡысҡырҙы. Унан, ҡурҡыныс тыуҙырмағанын аңлағас, ах та ух килеп һыйпай, ярата башланылар. Ҡадирға уңайһыҙ ине. Йомшаҡ ҡына итеп Мөхтәрен әрләне. Артабан егеттә уйын ҡайғыһы китте: Мөхтәр бер минут та янынан китмәне. Ул торһа, торҙо, ултырһа, тоғро һаҡсылай, эргәһендә ятты. Гөлнәзирә эттәрҙән ныҡ ҡурҡа булып сыҡты. Йә ҡырағай ҙа, үҙенә иғтибар талап итеп, шыңшып-шыңшып алды. Шуның арҡаһында йәштәрҙең һүҙҙәре берекмәне. Ҡадир аҙаҡҡа тиклем ҡалырға теләмәне, Мөхтәрен эйәртеп, күңелһеҙ генә ҡайтып китте.Икенсе көнө Гөлнәзирәне Наилдың оҙатып ҡуйғанын ишетте...Оҙаҡ күңелһеҙләнергә, юҡ-бар уйҙар менән башын ҡатырырға тура килмәне Ҡадирға. Ферманың быҙауҙарын көтөргә сыҡты. Бер нисә көндән хәбәр килеп етте: Наил да күрше ауыл быҙауҙарын алған икән.Ҡадирға эйәреп Мөхтәр ҙә сыға. Көн оҙоно егеттең артынан эйәреп йөрөп ҡайта. Үҙенән нимә талап ителгәнде аңлай, әммә юрамал аңламағанға һалышҡандай ҡылана: яҡын да килмәй, ҡайтып та китмәй. Ғәйепле ҡиәфәт менән ситтә генә йөрөй. Сыбыртҡы шарлатһаң, бөтөнләй һыпырта. Бер көн, малдар үҙҙәрен тыныс тоттомо, көнө буйы сыбыртҡының кәрәге булманы. Шуға иғтибар итте Ҡадир: ҡырағай кискә табан уға яҡын килде. Сыбыртҡынан ҡурҡа бит был! Моғайын, быҙау фермаһына һөт эсергә йөрөгәндә үҙенә ныҡ ҡына эләктәргәндәрҙер. Шунан һуң, ҡыйын булһа ла, үҙе менән сыбыртҡы йөрөтмәҫкә тырышты ул.Яҡында ғына Наилдар йөрөй. Ул ике туған ағай тейешле кешеһе менән көтә. Тегеһе мал йәнле нәмә, аттары ла шәп, уларға еңелерәк ине. Ҡадир бөтә күҙәнәктәре менән тойҙо: Наил уның ыҙалыҡ менән быҙауҙары артынан йүгергәнен, ҡайһы берҙә тыңлата алмай шартлай яҙғанын, һиңә шул кәрәк, тигән кеүек көлөп күҙәтә. Ҡадирҙың уға, унан да бигерәк ҡырағайына йәне көйә. Ул бит Мөхтәр көтөү көтөшөр тигән ышаныс менән йөрөгәйне...Бына әле лә быҙауҙар һис тыңламай. Етмәһә, бер яҡта – һаҙлыҡ, икенсе яҡлап ашлыҡ баҫыуы. Ике яҡҡа ла ебәрмәй, урталыҡтан ғына сығарыр кәрәк. Арттағыларҙы ҡыуам тиһә, алдағылар баҫыуға инә лә китә. Уларын индермәйем тиһәң, икенселәр таралып бара. Ҡадир ул яҡҡа йүгерҙе, был яҡҡа, хәлдән тайҙы. Асыуы ҡайнаны.– Бөтәһе лә һинең арҡала! Ҡырағай хайуан! – тип этен әрләне генә. – Йә исмаһам сыбыртҡы юҡ, уныһы ла һинең арҡала! Эшкинмәгән!бигерәк йыуаш, барыһына ла түҙеп, риза булып бара. Шул ваҡыт эштең нимәлә икәнен аңланымы эте, быҙауҙарҙы баҫтырышырға булды ла китте. Ул баҫыуға индермәй, Ҡадир һаҙ буйлап бара. Шулай Мөхтәр уға көтөү көтөшә башланы. Эй рәхәт булып ҡалды егеткә шунан һуң. Бесәнгә төшкәс, атты аталары алып китә башланы, Ҡадир көтөүгә йәйәү сыҡты. Малҡайҙарҙы Мөхтәргә ҡалдыра ла, үҙе Наилдәр янына китә. Күҙҙәрен ҡыҙҙырып, көнләштереп, улар менән гәп һатып ултыра.Наилдың Гөлнәзирә менән йөрөй тигән хәбәре әленән әле ишетелеп торҙо Ҡадирға. Был һүҙҙәр егеттең йөрәген семетеп-семетеп алһа ла, дуҫына һиҙҙермәҫкә тырышты. Барыһын да аңлап тора Ҡадир: ысынлап оҡшатҡандан, яратҡандан йөрөмәй ул ҡыҙҙы оҙатып, бар теләге – дуҫынан үс алыу, уның йөрәк яраһына тоҙ һалыу. Гөлнәзирә Наил оҡшата торған ҡыҙ түгел. “Нимәһе менән һине арбай ул?” – тип гел аптырамаҫ ине юҡһа. Ә ҡыҙ уны ябайлығы, ихласлығы менән үҙенә тарта. Ҡайһы берәүҙәр кеүек үҙен әллә кемгә ҡуйып йөрөмәй. Наилдың таҫма теленә алданып йөрөйҙөр инде. Ҡадир үҙе һуң! Бешмәгән. Ҡыйыуыраҡ ҡыланһа булыр ине бит...Яйлап Наил менән дуҫлыҡтары бөттө. Һунарға күптән бергә йөрөмәйҙәр ине, киске уйындарға сыҡҡанда иһә үҙҙәрен сит кешеләр кеүек тоттолар. Уҡыу йылы башланғас, элек ишәй менән ҡушай кеүек айырылмаған дуҫтар күрше ауылдағы мәктәпкә һәр береһе үҙ юлы менән бара башланы. Ҡадир артынан унда ла Мөхтәре эйәрҙе. Эйәртмәҫ өсөн бәйләп тә, бикләп тә ҡараны, барыбер сығыуына уның мотоциклы янында ятҡан булып сыға ине. Аҙаҡ ҡул һелтәне, 5 км араны көн дә сабып үткеһе килһә, эйәрә инде. Таш юлдан һаман мотоцикл артынан йүгереп йөрөп, тырнаҡтары ла булманы, табан аҫты ҡанап китә ине хатта.Малайҙарҙың Мөхтәрҙең аҡыллылығына аптырағандарын, көнләшеп ҡарағандарын белә ине. Шуға, мәктәп алдына килеп туҡтағас, мотоциклын бер яҡ ситкә ҡуйҙы ла, асҡысын бензин багы өҫтөнә һалып, серт төкөрөп, эре генә инеп китә торған булды. Ғәҙәттә сит ауылдарҙан килеп уҡығандар велосипедын да, мотоциклын да бында ҡалдырмай, таныштарының урамына ҡуя. Ҡадир ҙа элек ҡоҙаларында ҡалдыра ине, әле ул тыныс, сөнки уныҡын Мөхтәре һаҡлай. Хужаһы сыҡҡансы бер кемде лә яҡын да килтермәйәсәк.Бындай ҙа тоғролоҡто күргәне юҡ ине Ҡадирҙың. Ғөмүмән, улай булалыр тип уйламай ҙа торғайны. Шул тоғролоғо менән йәненкөйҙөргән саҡтары ла аҙ булманы. Әммә улар шул тиклем бер-береһенә өйрәнгәйне. Ҡырағай эте уны ярты һүҙенән аңлап торҙо. Иң яҡын дуҫың арҡаңа бысаҡ ҡаҙарға мөмкин, әммә Мөхтәре уға бер ваҡытта ла хыянат итмәйәсәк, һатмаясаҡ. Быға иманы камил Ҡадирҙың.Ҡыш иртә килде улар 11-сегә барған йылды. Ҡадирҙар автобус менән йөрөүгә күскәс, Мөхтәр уны ауыл осонда оҙатып, ҡаршы ала башланы. Ҡадир уның өйҙә ҡалыуына, артынан эйәрмәүенә шат ҡына булды.Бер көн эте уны ҡаршы алманы. Ҡадир нимә уйларға ла белмәне. Бәлки, һуңлаңҡырап килер, тип класташтарынан ҡалып бер аҙ көтөп торҙо. Тик Мөхтәр килмәне. Ҡадирҙың йөрәге урынынан ҡупты. Ниҙер булған! Юҡһа таш яуһа ла килеп етер ине дуҫы. Ул урамда ла юҡ ине. Егет портфелен генә ишекте асып ырғытты ла этен эҙләп сығып китте. Ҡараңғы төшкәнсе эҙләне ул уны. Башынан ниндәй генә уйҙар үтмәне. Әллә Наилдың эшеме, тип тә шикләнеп бөттө. Бөгөн мәктәпкә лә барманы бит. Көнләшкән кешенән әллә нәмәләр көтөргә була. Улай тиһәң, ундай этлек ҡылып йөрөмәҫ Наил. Ундай түбәнселеккә төшмәҫ...Икенсе көнө лә, өсөнсө көнө лә ҡайтманы Мөхтәр. Ҡадирҙың ашағаны – аш, йоҡлағаны йоҡо булманы.– Тере һинең этең, – тип тынысландырырға тырышты уны әсәһе. – Ашарға һалһам, килеп ашап китә.– Үҙен күрҙеңме ни?– Юҡ.– Һалынған ашты теләһә ниндәй эт инеп ашап сығырға мөмкин...Ҡадирҙың эте шулай йәшенеп кенә ашап киткәненә ышанғыһы килмәне.– Мөхтәрең көсөкләгәндер һинең...– Ә?!Әсәһенең был һүҙҙәре уны шаңҡытып ебәрҙе. Исеме Мөхтәр булһа ла, инә эт икәне иҫенә төштө. Бәлки?!. Һуңғы ваҡытта һүлпәнерәк йөрөнө шул. Былай булһа күрше ауыл тип ҡарап тормаҫ, барып еткән булыр ине.Бер көн ял көнө һарайҙарҙың аҫтын таҙартып түккәндә, тиҙәклектә сыйылдаған тауыш ишетеп ҡалғандай тойолдо. Ҡадир тиҙәклектең артына сыҡты. Ысынлап та, ҡайҙандыр төптән килә ине был тауыш. Ентекләп ҡарағас ҡына егет тиҙәклек аҫтына инеп киткән өңгә иғтибар итте. Йүгереп ҡайтып оҙон һаплы тәртешкә алып килде лә ипләп кенә өңдө бутаны. Шул саҡ баш осонда ғына ырылдаған тауыш ишетте.Башын күтәреп ҡарауға тиҙәклек өҫтөндә тештәрен ыржайтып торған Мөхтәрҙе күрҙе. Күҙҙәре уҫал булып янып торалар. Хужаһы тип ҡарап тормай, ташланыр ине ул, ярай Ҡадирҙың ҡулында тәртешкә булды. Шуның менән баҫтырып ҡыуып ебәрҙе.Мөхтәрҙең ҡырағай ваҡыттағы ҡылыҡтарын әле лә онотмауы аптыратты Ҡадирҙы. Ҡара әле һин уны, ерҙе өңөп, төпкә инеп тороп көсөкләгән. Йылы ла, һаҡлаулы ла.Ике көсөгө бар ине Мөхтәрҙең. Береһенең аяғы зәғиф. Быны һаман мотоцикл артынан сабып йөрөүендә күрҙе Ҡадир. Көсөктәрҙе алып ҡайтам тигән уйынан кире ҡайтты ул. Әйҙә, ошонда ышаныслы тип һанай икән, үҫтерһен әйҙә. Көсөктәр сығып йөрөй башлағас, береһен тотоп Наилға китте. Ғүмер буйы һөйләшмәй йөрөй алмайҙар ҙа инде, үпкәләрҙе оноторға сәбәп тә булыр.– Бына, Мөхтәрҙең балаһы. Һиңә бүләк итәм!Ҡадирҙың был һүҙҙәрен ишеткәс тә Наил тоҡанып китте. “Кәрәкмәй, алмайым” тип баш тартыр урынға йөҙ һүҙгә етте. Мөхтәре, Мөхтәренең көсөктәре тураһында алама һүҙ ишетеүе ҡыйын ине Ҡадирға. Көсөктө ҡуйынына тыҡты ла тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараны. Көсөктө урам буйлап китеп барған үҫмер малайға тотторҙо.– Эт кәрәкме?– Кәрәк.– Улайһа, һиңә бүләк итәм.– Ура! Мөхтәрҙең көсөгөмө әллә?– Эйе, тап шулай.Быны ишеткән малай атҡа атланғандай шатланды.– Ура! Миндә Мөхтәрҙең көсөгө! Хәҙер ағайыма, атайыма ҡайтып һөйөнсөләйем! Вәт ҡыуанасаҡтар! Рәхмәт, ағай!Ҡадир уның артынан йылмайып ҡарап тороп ҡалды.Икенсеһен дә, аяғы зәғиф булыуға ҡарамай, шунда уҡ алып киттеләр. Ҡадир аҙаҡ Мөхтәрҙең ошо зәғиф балаһын эҙләп барып табып, имеҙеп йөрөгәнен дә ишетеп белде. Бахырҙы йәлләнеме икән?..Тик ғүмере ҡыҫҡа булды ҡырағайҙың. Был Ҡадирҙың ғүмерендә иң ҙур юғалтыу, иң оло ҡайғы булды.Яҙ еткәйне инде. Ял көнө. Ата-әсәһе өйҙә юҡ. Ҡадир өйҙә бер үҙе, имтихандарға әҙерләп ултыра ине. Уны тышта шаулашҡан, балалар ҡысҡырышҡан тауыштар һиҫкәндерҙе. Ҡадир тәҙрәнән ҡараны, әммә улай-былай бер ни һиҙмәне. Икенсе тәҙрәгә килде. Ниндәйҙер эттең сыйылдап тулағаны күҙенә салынды. Мөхтәр түгел. Һуғышалар тиһәң,бер үҙе генә кеүек. Ҡадир өҫтөнә ветровкаһын эләктерҙе лә тышҡа ашыҡты. Ни булды икән? Юҡҡа тауышланышмаҫтар ине бит. Ғәжәп, Мөхтәре уға ҡаршы йүгереп килмәне. Ҡапыл күңеле әллә нимә эшләп ҡуйҙы Ҡадирҙың. Урам буйына йүгереп сыҡты. Көслө бер ямғырҙан һуң эргәләге бағананан электр проводы өҙөлөп төшкән ине. Наилдың эте ошо проводҡа уралған да сыйылдап сыйылдай. Ә Мөхтәр, Ҡадирҙың ҡырағай Мөхтәре, йүгереп барҙы ла әлеге проводты тешләп алды, бар көсөнә үҙенә табан тартты.– Мөхтәр! Ебәр! Теймә! – тип уға йүгерҙе Ҡадир. Әммә һуң ине, ул килеп етеүгә ток һуҡҡайны уны. Токтан һуғылыуға ауыҙы ҡарайып сыҡҡайны. Ҡадир уны ҡосаҡлап алды.– Үлмә, Мөхтәр! Тере ҡал! Һин бит минең иң яҡын дуҫым, һин миңә ныҡ кәрәк, – тип һыҡтаны ул. Тауышҡа кешеләр йыйылып китте. Был күренешкә шаһит булған бер генә кеше лә битараф ҡала алманы, һәр береһенең күҙендә йәш йылтыраны.– Их, Мөхтәр, – тине күрше ағай. – Был ғына токтың үлтерерлек көсө юҡлығын белмәгәндер инде!.. Проводты тешләмәһә, тере ҡала ине...Эйе, Наилдың этен ҡотҡарам тип, уның Мөхтәре батырҙарса һәләк булды. Йән бирен алдынан Мөхтәр, ҙур эш башҡарғандай, күҙҙәрен тултырып Ҡадирға ҡараны. Әйтерһең, мин уны ҡотҡарҙым, тип ҡыуана ине ул...
Гөлнара МОСТАФИНА.
Читайте нас: