Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 13:00

Гран-при Учалыла

Учалынан Ләйсән Шөғәйепова "Һылыуҡай-2020" Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе булды. Уға төп бүләк - автомобиль тапшырылды

Кисә "Һылыуҡай-2020" Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһе тамамланды. Конкурста Башҡортостандан ғына түгел, ә сит өлкәләрҙә йәшәгән ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Татарстан, Ханты-Манси, Пермь һәмүҙебеҙҙең Өфө, Бөрйән, Мәләүез, Балаҡатай, Яңауыл, Мәсетле, Учалы, Нефтекама яғынан һылыуҡайҙар көс һынашты.
Уларҙың сығышын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, билдәле Рәсәй дизайнеры Игорь Гуляев, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Алмас Әмиров, актриса, 1994 йылғы "Һылыуҡай" еңеүсеһе Рушана Бабич баһаланы.
Шулай итеп, өсөнсө урын Мәләүездән Дилә Вәлиевала, Көйөргәҙенән Розалина Ибраһимовала, Бөрйәндән Эльвина Семеновала. Икенсе урында – Ырымбурҙан Лениза Солтанғужина һәм Пермдән Гүзәл Наҙарғолова. Ә беренсе урын – Сибайҙан Шәүрә Яхинала. Гран-при һәм төп бүләк - автомобилгә яҡташыбыҙ, Учалынан Ләйсән Шөғәйеповаға лайыҡ булды!
Читайте нас: