Ҡырҙа еләк бешһә Хәжирә өләсәйем, ҡустыларым менән мине алып, Остотау артына, Шәкәй ҡойоһо буйына йөрөтөр ине. Иң алда туйғансы ашап алабыҙ, һуңынан алған һауыттар тулғансы еләк йыйып ҡайтабыҙ.
Еләкте ныҡ күп ашау бер кис үҙен белгертте лә шул. Бөтә тәнемде ҡыҙыл баҫты – әҫпе (диатез) сыҡҡан. Үҙем дә интегеп йоҡлай алмайым, өйҙәгеләрҙе лә йоҡлатмайым, түҙеп торғоһоҙ ҡысындыра бит. Төн уртаһында өләсәйем:” Килен, былай булмай. Бар, Минзифа еңгәнең кәзә балаҫын килтер!”-тип инәйемде ебәрҙе. Әсәйем балаҫ ҡына түгел, бер банка кәзә һөтө лә алып килде. Өләсәйем кәзә һөтөн эсереп, бөтә тәнемде балаҫ менән ышҡып һәм шул балаҫҡа төрөп йоҡларға һалды мине. Иртәгеһен һин дә мин, тәнемдә йонсотҡос ҡыҙыл таптарҙың әҫәре лә ҡалмаған! Тимәк, әҫпегә ҡаршы кәзәнең һөтө лә, йөнө лә файҙалы икән.
Ә икенсе ваҡиға ҡыш булды. Апайым илар хәлгә етеп аһ-зарын Мөхтәримә өләсәйемә һөйләгәне минең дә ҡолаҡҡа салына;” Малайымдың бәүеле бер ҙә тотмай. Ятҡан урынын көн дә еүешләй, кешенән оят”. Заманса әйткәндә, улы энурез менән ҡаңғырған инде. Апай сығып киткәс, өләсәй миңә өндәште:” Бар, улым, саңғыңды кей ҙә, олатайыңдың бәләкәй балтаһын алып, Имәләй артына барып кил. Үҙеңдең беләк йыуанлығында өс-дүрт уҫаҡты йығып ҡайт”. Ә ике көн үткәс, миңә сепрәк тоҡсай тоттороп, йәнә шул урынға ебәрҙе. Уҫаҡ янында ҡуяндар ҡалдырған “борсаҡтарҙы” йыйып килтерергә ҡушты. Һуңынан өләсәйем уларҙы киптереп, ваҡлап, онға ҡушып йыуасалар бешерҙе. Шул йыуасаларҙы көн һайын тик ауырыған ҡустыма ғына ашатты. Өләсәйем бик ҡаты итеп киҫәткәс, мин был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәнем. Ҡустым һауыҡты, аҙағынан әрмелә лә хеҙмәт итеп ҡайтты. Әйткәндәй, уҫаҡ ҡайырыһының төнәтмәһе аденомаға (ирҙәрҙең енес биҙҙәре шешеүенә) килешә, тип ишеткән бар. Күрәһең, ҡуян эшкәрткәне лә шифалы.
Өләсәйҙәр элек, теш һыҙлаһа, әсеүташ (квасцы) менән тимер магнитын һыҙлаған урын менән тешләтә инеләр. Мейе төшөрөү, йөрәк, эс һылау, күҙ тейгәндә өшкөрөү тәртибен дә яҡшы белделәр.
Зәйнәкәйҙән олатайымдың бер туғаны Кәримә әбейем (Баттал ауылына тормошҡа сыҡҡан) ғүмеренең аҙағына тиклем ҡулдары тайған, һөйәктәре имгәнгән кешеләрҙе дауаланы. Яҡын-тирә урыҫ ауылдарынан да тайған аяҡ-ҡулдарын төшөртөргә уға килер булалар. Юҡҡамы ни, “доктор Кәримә” тип ололап йөрөтәлр үҙен. Күбебеҙгә яҡты донъяға килергә ярҙам иткән кендек инәһе - Файза әбейебеҙҙе лә онотмайыҡ, ауылдаштар! Халыҡҡа эскерһеҙ рәүештә күпме изгелек ҡылған, сирләү-һыҙланыуҙарҙан, ҡайһы саҡ үлемдән дә ҡотҡарған имсе әбей-апайҙарыбыҙҙың йәндәре йәннәттә булһын, тип теләп ҡалам. Шуныһы йыуаныс – ҡайһы бер имселәрҙең ейән-ейәнсәрҙәре лә ололарҙың тәжрибәһен онотмаған, халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнәләр.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы.