Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 13:45

Отош еңеүсеһе менән таныштырабыҙ

Отош дауам итә. Сираттағы еңеүсебеҙ менән таныштырабыҙ - Лиана Алтынхужина, Учалы ҡалаһында йәшәй. Бүләккә уға һауыттар йыйылмаһы эләкте.

Отош дауам итә. Сираттағы еңеүсебеҙ менән таныштырабыҙ - Лиана Алтынхужина, Учалы ҡалаһында йәшәй. Бүләккә уға һауыттар йыйылмаһы эләкте.
Лиана Ришат ҡыҙы “Ғаилә” үҙәгендә эшләй. Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам итеү, дөрөҫ йүнәлеш биреү йәһәтенән компетентлы, белдекле хеҙмәткәр булып танылған. Әйткәндәй, был үҙәк менән “Яйыҡ” гәзите тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Тормош иптәше Илдус Рәйеф улы “НПО” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә (“Машхимволокно”) эшләй.
Ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Руслан улдары Учалы тау сәнәғәте колледжында проходкалаусы һөнәренә уҡый. Диана ҡыҙҙары ла шул уҡ уҡыу йортонда технолог һөнәрен үҙләштерә. Бәләкәстәре Ильясҡа әле 3 йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй.
Читайте нас: