Яйыҡ
+7 °С
Ясно
Новости
6 Декабря 2020, 16:20

Бер быуатлыҡ юбилей

Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яков Николаевич Коноплев бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне.

#ВладимирПутин
Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яков Николаевич Коноплев бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Жиздра ҡалаһында янында тәүге тапҡыр һуғышҡа ингән, 1941 йылдың декабрендә яраланып, Әстрханға госпиталгә эләккән. Һауыҡҡас, Сталинград өсөн барған яуҙарҙа ҡатнашҡан. Ветерандың хәрби биографияһында 1943 йылдың Харьков операцияһы ла бар.

Һуғыш йылдарында ул бөтәһе биш тапҡыр яраланған. Ҡыҙыл йондоҙ ордены, "Мәскәүҙе обороналаған өсөн", "Сталинградты обороналаған өсөн", "Германияны еңгән өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән.

Һуғыштан һуң Яков Николаевич Өфөлә йәшәй һәм ғүмере буйына төҙөлөш өлкәһендә эшләй.

Ветеран теремек, ейәне менән урамда йөрөй, телевизор ҡарай, туғандарының, дуҫтарының элекке фотоларын ҡарарға һәм күрһәтергә ярата.
"Башҡортостаным"
Читайте нас