Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
7 Декабря 2020, 10:55

Ауылда йәшәгәндәргә - торлаҡ сертификаты

Ошо көндәрҙә районыбыҙҙа йәшәүсе өс ғаилә торлаҡ төҙөүгә дәүләт ярҙамы алды.

Ошо көндәрҙә районыбыҙҙа йәшәүсе өс ғаилә - Малай Муйнаҡ ауылынан Әхмәтшиндар, Ҡунаҡбайҙан Йосоповтар, Учалы ауылынан Илясовтар торлаҡ төҙөүгә дәүләт ярҙамы алды. Сертификаттар «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» программаһы буйынса бүленгән.
Район хакимиәтенең Торлаҡ бүлеге начальнигы Айгөл Ҡәҙербаева әйтеүенсә, бөгөнгө көндә барлыҡ эшләп килгән программалар буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 1500 кеше сиратта тора. Ағымдағы йылда 80 кешегә аҡсалата сертифкат тапшырылған.
Читайте нас