Яйыҡ
+22 °С
Ясно
Новости
7 Декабря 2020, 11:40

Мутсылар ҡармағына ҡапҡан

Таныш булмаған телефон номерынан шылтыратыусы банк хеҙмәткәре итеп үҙен танытып, мутсылар уның исеменән кредит алырға маташыуҙарын хәбәр итә.

Дыуан районынан балалар баҡсаһы мөдире аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаға
Ҡатын мутсылар үҙен алдауын белгәс, полицияға мөрәжәғәт итә. Барыһы ла ғәҙәттәгесә башлана: уға таныш булмаған телефон номерынан шылтыратыусы банк хеҙмәткәре итеп үҙен танытып, мутсылар уның исеменән кредит алырға маташыуҙарын хәбәр итә.
Ҡатын билдәһеҙ кешенең һүҙенә ышанып, бер аҙ һөйләшкәндән һуң, 284 мең һумға үҙе кредит ала. Бөтә банк операциялары кодтарын әйтә һәм картаһындағы барлыҡ аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаға.
Башҡортостан милли банкы һәм полиция иҫкәртә: банк хәүефһеҙлеге хеҙмәте бер ҡасан да клиенттарға шылтыратмай!
Фото: Рустем Ахунов
Павел Крайнов
Читайте нас