Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
7 Декабря 2020, 10:40

Спорт майҙансығы асылды

Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы булышлығында заманса спорт майҙансығы асылды

Төбәгебеҙҙә урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы (ППМИ) әүҙем эшләй. Уға ярашлы, ҡала-ауылдарҙа байтаҡ эштәр атҡарылды. Иң мөһиме, был эштә халыҡ үҙе инициатива күрһәтә, республиканан күпмелер аҡса бүленә, бер аҙын урындағылар (халыҡ һәм үҙидара органдары) үҙҙәре табырға тейеш. Бында учалыларҙың дәррәү булыуы, үҙҙәре йәшәгән төбәкте төҙөкләндереүгә сығым бүлеүҙән баш тартмауы ҡыуандыра.
Уҙған аҙнала Көньяҡ биҫтәһендә асылған спорт майҙансығы тап ошо программа ярҙамында бойомға ашырылды.
Майҙансыҡ та түгел, ә заманса итеп йыһазландырылған, эргәһендә балалар өсөн уйын майҙансығы, йәйәүлеләр, спорт менән шөғөлләнеү өсөн асфальтланған юлы булған комплекс, тип әйтергә мөмкин. Микрорайонда йәшәүселәр ҡышҡыһын конькиҙа йөрөйәсәк, хоккей һуғасаҡ, йәйен футбол, баскетбол, волейбол уйнаясаҡтар.
Объектты төҙөүгә республика һәм ҡала ултырағынан аҡса йүнәлтелгән, шулай уҡ Учалы тегеү фабрикаһы, “Дорзеленстрой”, “Таҙа ҡала+”, йәмғиәте лә өлөш индергән. Майҙансыҡты подряд ойошмалар "Дорзеленстрой”, "Спортбюро", "Гарант" предприятиелары эшләгән.
Читайте нас