Яйыҡ
+16 °С
Облачно
Новости
7 Декабря 2020, 06:46

Ялған документ менән тотолдо

Яҡташыбыҙ йәйәү йөрөп торһасы

Утыҙ йәш тирәһендәге яҡташыбыҙ эсеп руль артына ултырғанда тотолған була. Беренсе тапҡыр эләккәс, енәйәт эше ҡуҙғатылмай әле, административ язаға тарттырыла. Ҙур штраф һалына, 18 айға транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә. Закон буйынса, водитель таныҡлығы был осорға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһына тапшырыла.
Эш боҙғанһың икән, йыл ярым йәйәү йөрөп торорға ине лә, йәш ир ҡырын юлдар эҙләй башлай, тип белдерҙе Учалы район судының матбуғат хеҙмәте.
2018 йылдың башында мобиль элемтә аша шәхесе билдәләнмәгән кеше менән бәйләнешкә сыға. Үҙенең фотографияһы ҡуйылған, әммә икенсе исем-шәрифтәр яҙылған ялған водитель танытмаһы яһатырға заказ бирә. Күрәһең, ундай төр криминаль хеҙмәтләндереүҙәр ҙә бар бөгөнгө көндә! “Билдәләнмәгән граждан” булып ҡына ҡалмаһын, ундайҙар ҙа тотолһон ине!
Ә бына беҙҙең яҡташ быйыл йәй юл инспекторҙары тарафынан ҡәҙимге тикшереү өсөн туҡтатыла ла, ялған документ менән файҙаланыуы шундуҡ асыҡлана. Был тапҡырҙа енәйәт эше ҡуҙғатыла – РФ Енәйәт кодексының 327-се статьяһы буйынса. Был килеш ялған документ файҙаланған өсөн бер йылға төрмәгә ултыртылыуы ла ихтиал ине, суд ҡарары менән 6 айға ирке сикләнгән.
Читайте нас