Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
8 Декабря 2020, 10:25

Ҡабарып торған күмәстәр

Сибайҙан аш-һыу оҫтаһы Гөлгөнә Байегетованан ҡабарып торған күмәстәр рецебы 200мл.һөт50г. аҡ май (масло сливочное)3 аш ҡалағы көнбағыш майы5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо1 пакетик ванилин1 йомортҡа1/4 сәй ҡалағы тоҙ1.5 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә( дрожжи сухие)2.5 стакан он (стакан 200 грамлыҡ)

Сибайҙан аш-һыу оҫтаһы Гөлгөнә Байегетованан ҡабарып торған күмәстәр рецебы
200мл.һөт
50г. аҡ май (масло сливочное)
3 аш ҡалағы көнбағыш майы
5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
1 пакетик ванилин
1 йомортҡа
1/4 сәй ҡалағы тоҙ
1.5 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә( дрожжи сухие)
2.5 стакан он (стакан 200 грамлыҡ)

Йылы һөттә сүпрәне ебетергә,1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо һәм 2 аш ҡалағы он һалып, әсетмә ҡуйырға 10 минутҡа.

Һауытта көнбағыш майын, тоҙ,шәкәр, ванилин һәм йомортҡаны һалып болғарға бөтәһен дә.
Әсетмәгә ( опараға) 1 стакан онды ҡушырға, көнбағыш майы м-н булған шыйыҡсаны ҡойорға.

Тағы ла 0.5 стакан ондо ҡушып болғарға һәм йомшарған майҙы ҡушырға, ҡамыр баҫырға, кәрәк булһа он өҫтәй бирергә.
Ҡамырҙы ябып, йылы ергә 1 сәғәткә ҡуйып торорға.

Табаны майлап, күмәстәрҙе эшләп 15 минутҡа ҡабартырға ҡуйып торорға ла ҡыҙыу духовкала 35 минут тирәһе ваҡыт бешереп алырға, өҫтө матур булып ҡыҙарғансы. Был күмәстәр оҙаҡҡа бармай, тиҙ генә бөтә, сөнки биик тәмле улар! Теләк буйынса күмәстәргә йөҙөм йәки мәк орлоғо ҡушып бешерергә лә мөмкин.

Читайте нас