Яйыҡ
+15 °С
Облачно
Новости
8 Декабря 2020, 07:15

Иң матур ҡыҙҙар үҙебеҙҙә!

Һылыуҡай тажын яҡташыбыҙ Ләйсән Шөғәйепова яуланы. Уға конкурстың төп бүләге - "Лада Гранта" автомобиле тапшырылды.-Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Ниһайәт, бала саҡ хыялым тормошҡа ашты. Ата-әсәйемә, уҡытыусыларыма, хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен. Төп бүләк бигерәк тә көтөлмәгән булды. Водитель таныҡлығын да ошо көндәрҙә генә алдым. Хәҙер үҙемдең автомобилемдә елдерәм! - ти һылыуҡай.

Өфөлә «Һылыуҡай» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы үтте. Һылыуҡай тажын яҡташыбыҙ Ләйсән Шөғәйепова яуланы. Уға конкурстың төп бүләге - "Лада Гранта" автомобиле тапшырылды.
Бөтә Рәсәй һылыуҙар конкурсы иң-иңдәрҙе билдәләне. Быйыл бәйге республиканан күпкә ситкә сыҡты. Башҡортостан вәкилдәренән тыш, унда илдең 11 төбәге - Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Пермь, Хансы-Мансы, Һамар, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүсе башҡорт ҡыҙҙары ла бар ине.
Башҡортостанда үткән һылыуҙар конкурсы башҡа бәйгеләрҙән бер ни тиклем айырыла. Унда элек-электән тышҡы сибәрлектән тыш, ҡыҙҙарҙың эске күңеле, рухы, һәләте, телде, тарихты, мәҙәниәтте яҡшы белеүе иҫәпкә алына ине. Быйыл ҡыҙҙар араһында төрлө диалектта, рус телендә аралашыусыларҙың булыуын иҫәпкә алып, телде мотлаҡ белеүгә баҫым яһалманы, әммә конкурсҡа әҙерләнгәндә улар башҡорт телен махсус өйрәнде. Жюри рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, ситтән килгән ҡатнашыусылар араһында ла башҡорт телен яҡшы белгән ҡыҙҙарҙы күреү ҡыуаныслы.
Сибәркәйҙәр билдәле Рәсәй дизайнеры Игорь Гуляевтың кейем коллекцияһын тәҡдим итте, жюри ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сығыш күптәрҙе тетрәндерҙе. Шулай уҡ бейеү оҫталыҡтарын күрһәтте, "Аманат" төркөмө егеттәре менән бергә һомғоллоғон күрһәтте.
Конкурстың йомғаҡтары буйынса ҡыҙҙарҙың береһе лә урынһыҙ ҡалманы. Уларҙың һәр ҡайһыһы төрлө номинацияларҙа урын яуланы. 1-се урынға Сибай ҡалаһынан Шәүрә Яхина лайыҡ булды. Уға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙылар. Икенсе урын Ырымбур һылыуҡайы Лениза Солтанғужинаға һәм Гүзәл Назарғоловаға (Пермь крайынан) бирелде. Өсөнсө урындарға Бөрйәндән Эльвина Семенова, Көйөргәҙенән Розалина Ибраһимова лайыҡ булды! Һәр һылыуҡайға һандыҡ бүләк ителде. Башҡорт халҡында ул - тарих һаҡсыһы, генетик хәтерҙе тотоусы. Килен булып төшкән ҡыҙ кейәү йортона һандыҡ менән килә. Һандыҡ эсендә мендәр, урын-кәрәк-ярағы, косметика бар ине. Әлеге сарала ла ул символик мәғәнәле бүләк булды. Уны ҡыҙҙарға, нәсихәтен әйтеп, Розалия Солтангәрәева тапшырҙы.
Ләйсән 2001 йылдың 23 февралендә Уральск ҡасабаһында тыуған. 9-сы класты тамамлағас, йыр-бейеүгә маһир ҡыҙ Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына уҡырға килә. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлап, әле Учалы филармонияһында эшләп йөрөй.
-Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Ниһайәт, бала саҡ хыялым тормошҡа ашты. Ата-әсәйемә, уҡытыусыларыма, хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен. Төп бүләк бигерәк тә көтөлмәгән булды. Водитель таныҡлығын да ошо көндәрҙә генә алдым. Хәҙер үҙемдең автомобилемдә елдерәм! - ти һылыуҡай.
Читайте нас