Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
8 Декабря 2020, 07:05

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе

Иң абруйлы, оло хеҙмәт талап итеүсе бәйгеләрҙең береһе – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы булып ҡала. Ошо мәртәбәле йылда район исемен яҡлау Сәфәр урта мәктәбе уҡытыусыһы Абдуллина Айгөл Хәлит ҡыҙы өлөшөнә төштө.

2020 йылды милләтем өсөн һөйөнөслө хәбәрҙәр менән ҡаршы алдыҡ. Сөнки был йыл «Башҡорт теле йылы» тип иғлан ителде.

Уның маҡсаты булып - башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү ине.

Тел - халыҡтың булмышы, уны кешеләр үҙҙәре теләп өйрәнерлек итеп уҡытырға кәрәклеген, шул йәһәттән уҡытыу методикалары ҡыҙыҡлы булырға тейешлеген илем башлығы Радий Хабиров та ҡыҙыл һыҙыҡ өҫтөнә ҡуйҙы.

Ошо ҙур маҡсаттарға ярашлы юғары пландар алынды. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн эшләү даирәһе киңәйҙе, яңы мөмкинлектәр асылды: гранттар, конференциялар, шиғыр, әкиәт һөйләүселәр, иншалар конкурстары, ғилми-тикшереү эштәре, этноквиз һәм башҡа саралар балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың һәләттәрен баһаланы.

Ә шулай ҙа иң абруйлы, оло хеҙмәт талап итеүсе бәйгеләрҙең береһе – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы булып ҡала. Ошо мәртәбәле йылда район исемен яҡлау Сәфәр урта мәктәбе уҡытыусыһы Абдуллина Айгөл Халит ҡыҙы өлөшөнә төштө.

Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллина мөһабәт Ирәмәл ҡуйынында ултырған Рысай ауылында 1974 йылда тыуған. 1988 йылда үҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1991 йылда Илсе урта мәктәбендә ҡулына урта белем тураһындағы таныҡлыҡты алғас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына юл тота. - Мин - уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе! Шунлыҡтан һөнәр һайлау һорауы минең алдымда бер ҡасан да торманы! Атай-әсәйем дә, апайымдар ҙа - уҡытыусылар. Шәжәрәмдә педагогтар барлығы егерме тиҫтә! – ти ул. 1995 йылда йәш белгесте Мансур урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә алалар. 2000 йылдан шул мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күсерелә. 2001 йылда Сәфәр мәктәбенә тәрбиә буйынса мәктәп директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2007-2011, 2015 йылдарҙа уҡытыу һәм тәрбиә буйынса мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2016 йылдан юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Ошо тынғыһыҙ хеҙмәт юлдары өсөн 2017 йылда мәғариф өлкәһендәге һәм үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштары, мәғариф системаһы үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының "Маҡтау ҡағыҙы" менән бүләкләнә. 2018 йылда уҡытыу һәм әҙәбиәт өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең Рәхмәт хаты тапшырыла. 2019 йылда Марат Хәләф улы Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты исеме бирелә.

Был хеҙмәт емештәре Айгөл Халит ҡыҙының үҙ эшенә тоғролоғон иҫбатлай. Сөнки ул, үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын, тип һанай. Уҡытыусы ошо изге һөнәрҙе һайлауына бер ваҡытта ла үкенмәй, киреһенсә, яратҡан эше уға ҡанаттар ҡуя. Үҙ эшенә башкөллө сумған уҡытыусы Өфөлә уҙғарылған XXV регион-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2020” конкурсында ла һынатманы. Бәйгенең “Методик портфолио”, “Башҡорт кейемен презентациялау”, “Дәрес”, “Кластан тыш сара”, “Оҫталыҡ дәресе”, “Мәғариф проекты”, “Асыҡ леция”, “Түңәрәк өҫтәл” исемле бар һигеҙ этаптабын да тырышып үтеп, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ниһәйәт, конурс ваҡытындағы йоҡоһоҙ төндәр, үҙ белемен камиллаштырыу өҫтөндәге туҡтауһыҙ эше һәм, әлбиттә, һөнәрен һәм балаларҙы һөйөүе лайыҡлы баһаланды. Сәфәр мәктәбе уҡытыусыһы Абдуллина Айгөл Халит ҡыҙы “Башҡорт телен уҡытыуҙа – милли-мәҙәни йүнәлеш” номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде!

-Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам. Шуға ла һәр көн иртән, ҡояштай балҡып, мәктәбемә уҡыусыларым янына ашығам. Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уҡытыусы - минең булмышым! Уҡытыусылыҡ - йәшәү мәғәнәһе, ғүмер итеү рәүеше! – тип тормош юлынан ғорур атлай Уҡытыусы.
Читайте нас