Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
8 Декабря 2020, 10:40

Ҙур бәлеш

Ҡамыры өсөн:Кефир 500 млҠаймаҡ - 1 стаканЙомортҡа 1 штСливочный май - 150 грТоҙ ярты сәй ҡалағыСода бер сәй ҡалағыОн самалап

Ҡамыры өсөн:
Кефир 500 мл
Ҡаймаҡ - 1 стакан
Йомортҡа 1 шт
Сливочный май - 150 гр
Тоҙ ярты сәй ҡалағы
Сода бер сәй ҡалағы
Он самалап

Эстәлеге:
шакмаҡлап туралған картуф
ҡаҙ, һыйыр, ат ите туралған йәки фарш
һуған
ҡара борос
бер стакан һурпа

Бөтәһен бергә ҡушып ҡамыр баҫам. Итте, картуфты һәм һуғанды шаҡмаҡлап турарға. Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлергә кәрәк, ҙур өлөшкә һәм бәләкәйерәк ике өлөштәргә (береһе менән өҫтөн ҡаплайым, тағын бер өлөшенән узор, сәскә эшләйем).
Ҙур өлөшөн табаға һыйырлыҡ итеп йәйәм, эслеген һалам, өҫтөн ҡаплайым бәләкәй ҡалған ҡамыр өлөшө менән ситтәрен бөкләйем, тағын бер ҡалған ҡамыр өлөшө менән узорҙар, сәскә (минеке рауза сәскәһе) эшләп ҡуям. Бәлештең уртаһын тишеп, ҡамырҙан сәскә һалдым.
Ҡыҙыу мейескә 250 градусҡа ҡуям. Бәлештең йөҙө килә башлағас, табаның өҫтөн фольга менән ҡаплайым. Мейесте 180-200 градусҡа әҙәйтеп 90 минутҡа бәлешемде оҙатам.
Ваҡыты еткәс ҙур бәлеште мейестән сығарып, сәскәһен алып торам, бер стакан һурпаны ипләп кенә һалам. Мейескә тағы 60 мин ҡуям. Бешеп еткәс өҫтөн майлап, урап 15 мин самаһы алып торам.
Ҙур бәлешебеҙ әҙер!
Аштарығыҙ тәмле булһын!!! ????????????

#АйгөлРахматуллина #аш_һыу
Читайте нас