Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
9 Декабря 2020, 13:21
Барыһы ла иҫән, ти
Учалы ҡала бассейнында ниҙер булды
Бөгөн, 9 декабрь, төштән һуңғы ваҡытта ҡалалағы Ижад һарайының “Дельфин” бассейнында ниндәйҙер ҡорамал сафтан сыға. Хлор еҫе тарала башлай. Был саҡ бассейнда 8-9 йәштәге 16 бала йөҙөү буйынса күнекмә алған булалар.
Ашығыс рәүештә балалар эвакуациялана, тейешле хеҙмәттәр саҡырыла. Табиптар тикшергәс, 12 бала шундуҡ өйҙәренә ҡайтарылған. 4 бала башта дауаханаға илтелә лә, улар ҙа, һаулыҡтарына ҡурҡыныс янамағас, өйҙәренә ҡайтарылды, тип бик оператив рәүештә хәбәр итте район хакимиәте.
Тикшереү бара, асыҡлыҡ ингәнсе бассейн эшмәкәрлеге туҡтатылған. Мөғлүмәт сығанағы -
https://vk.com/wall-172754444_9402
. Ярар, аҙағы хәйерле булһын!
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"