Яйыҡ
+14 °С
Ясно
Новости
9 Декабря 2020, 10:35

Буҙа

3 литрлык һыуыҡ һыуға 0,7 литрлыҡ банка менән "Геркулес" халып, 5-10 минутҡа ултыртып ҡуйырға. Талғын утҡа ултыртып, 1 сәғәт ҡайнатырға.

3 литрлык һыуыҡ һыуға 0,7 литрлыҡ банка менән "Геркулес" халып, 5-10 минутҡа ултыртып ҡуйырға. Талғын утҡа ултыртып, 1 сәғәт ҡайнатырға. Бер ҡалаҡ аҡ май һалырға, бер туҡтауһыҙ болғатып торорға. Бер сәғәт үткәс, килеп сыҡҡан кисель һымаҡ массанан төйөрҙәрен иләк аша һөҙөп алырға һәм ултыртып ҡуйып, һыуытырға. (Сифатлы булһын тиһәгеҙ, һыуытыу мотлаҡ!) Һыуыған массаға 1-2 стакан магазинда һатылған ҡымыҙ һәм 1 стакан шәкәр ҡомо (рафинад булһа ла ярай) өҫтәргә. Ҡымыҙ өҫтәгәс, йылы урынға төрөп кенә ултыртып ҡуйырға һәм тағы бер генә көн көтөргә. Түҙемле булһағыҙ, телеңде йоторлоҡ башҡорт халыҡ эсемлеге буҙа әҙер була. Әйткәндәй, икенсе тапҡыр эшләгән саҡта, ошо буҙанан бер стакан закваска ҡалдырығыҙ. "Ул саҡта икенсе буҙа тағы ла шәберәк килеп сыға", - ти буҙа эшләү оҫталары.
Буҙаны рецепттан тайпылмайынса эшләргә кәрәк
Илгиз Ишбулатов.
Читайте нас