Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
10 Декабря 2020, 05:35

30 йыл да булып киткән!

“Яйыҡ” тың да оҙаҡламай юбилейы

Хеҙмәт кенәгәмдә теркәлгән – бөгөн, тик утыҙ йыл элек, тап 1990 йылдың 10 декабрендә “Яйыҡ” гәзитенә хәбәрсе булып алынғанмын. Эйе, гәзит үҙе 1991 йылдың башынан сыға башланы, әммә тәүге һанды ла алдан әҙерләр кәрәк ине бит.
Рәсих Салах улы – редактор, Байгилде Йәнтүрә улы – яуаплы сәркәтип, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы – мөхәррир урынбаҫары. Ике Мәрйәм апайҙар, Резеда апай, Рәйҙә апай, Рафаэль Айсин, Зилиә, Әминә апайҙар, фотограф Нәдим ағай, Мөнирә туған, водитель Декабрист ағай – бер ғаилә кеүек булғайныҡ шул, “ағай-апай” тип кенә аралаштыҡ. Саҡ ҡына һуңғараҡ Эдгар ағай һәм тиңдәш Әнүзә татыу коллективҡа килеп ҡушылдылар.
Барыбыҙ ҙа хәлдән килгәнсә Башҡортостандың үҙаллылығын нығытырға, башҡорт телен киң әйләнешкә сығарырға, районыбыҙ халҡы мәнфәғәттәрен яҡларға тырыштыҡ. Хәҙер телгә алынған ағай-апайҙарҙың бер өлөшө баҡыйлыҡҡа ла күскән инде, йәндәре йәннәттә булһын! Мин дә, заманында барыһы өсөн “ҡусты” булып йөрөһәм, хәҙер “Яйыҡ”та иң оло кешегә әйләнгәнмен!
Гәзитебеҙ ҙә Яңы йылда 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Коллектив өсөн иң оло бүләк – гәзиткә яҙылыуығыҙ! Эйе, йәмәғәт, йәшерәһе-батыраһы юҡ инде – тап беҙҙең быуын туған телгә хыянат итеүҙе дауам итә икән, быуаттар буйына йәшәгән, ниндәй һынауҙарға ла бирешмәгән башҡорт телен үҙебеҙ үлтерәсәкбеҙ.... Артабан да сигенер урын ҡалманы – ауылдарҙа ла балалар урыҫса һупалай башланы, милли баҫмаларҙың тиражы ҡурҡыныс тиҙлектә кәмей. Яҙманың аҙағында бер башҡорт шағирының һүҙҙәрен килтереү урынлы булыр, Шамил Анаҡ: «Тел – ул иң һуңғы өлкә, уны ла дошманға бирһәң, башҡа сигенер ер ҙә юҡ, сигенеүҙең кәрәге лә юҡ».
Илфат Янбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре
Читайте нас