2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгән ине. Башҡорт теле йылы 2020 йылдың ғинуарынан алып декабргә тиклем үткәрелә, 14 декабрҙә йомғаҡ яһала.
Был йыл һәр беребеҙҙе рухи яҡтан байытҡан сағыу сараларға бай булды. Әлбиттә, туған телебеҙгә арналған саралар бер көн менән генә сикләнмәй, был байрамға әҙерлек күптән башланды.Беҙҙең мәктәптә лә башҡорт теленә арналған саралар “Мәңге йәшә, башҡорт теле” девизы менән башланып китеп, 5-9 класс араһында викторина үтте, 1-4 кластар уҡыусылары менән һүрәт төшөрөү менән дауам итте. Тәнәфестәрҙә башланғыс класс уҡыусылары башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар. Һәр уҡытыусы ,үҙенең уҡыусыларына ҡыҙыҡлы ,мауыҡтырғыс итеп , кластан тыш дәрес үткәрҙе.Беҙҙең уҡыусылар күренекле шағирҙарыбыҙҙың туған телебеҙгә арнап яҙған шиғырҙарын һөйләнеләр, тел тураһында йырҙар ҙа яңғыраны. Шағир-мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы менән таныштылар. Дәрес заманса флешмоб менән тамамланды.
Күп кенә дистанцион форматта үткән конкурстарҙа ҡатнашып торабыҙ,ҡайһы бер эш һөҙөмтәләре ,әллеге ваҡытта ,билгеле түгел әле.
Октябрь айында ,уҡыусым Алһыу Камалова менән , "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашып беренсе урынға лайыҡ булдыҡ.
Күренекле замандашыбыҙ, «Башҡортостандың алтын тауышы», диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған «Диктор тауышы» тигән муниципаль онлайн –сара үтте. Йәш дикторҙар, нәфис һүҙ оҫталары баһалама комиссияһына этномәҙәниәт һәм туризм тураһында телевизион реклама ролигын, яңылыҡтар һәм Учалы шағирҙарының шиғырҙарын тәҡдим итте. Ошо ярышта беҙҙең мәктәп буйынса шундай урындар билдәләнде: Алһыу Камалова, 4 класс (уҡытыусыһы Г.Ф.Ибатуллина ) – еңеүсе; Асия Камалова, 2 класс (уҡытыусыһы Л.В.Айбатова )- призер; Айһылыу Маннапова, 5 класс (уҡытыусыһы Х.И. Киньямуратова .)– призер; Алтынай Хайритдинова, 7 класс(уҡытыусыһы М.Г. Хажеева) – призер
14 декабрь ҡалабыҙҙың–“Семейный Магнит” сауҙа комплексында , мәғлүмәт-күңел асыу саралары ойоштороласаҡ. Йылыбыҙ емешле булды. Рух, иман, миһырбанлыҡ кеүек сифаттарға эйә булған балалар араһынан , бәлки, ҡасандыр бөйөк шағирҙар, яҙыусылар үҫеп
сығыр.Быға иманыбыҙ камил. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты - башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.