Башҡортостанда ирле-ҡатынлы теш табиптары миллионер булған! Улар лотерея уйнап 4 126 116 һум аҡса отҡан.
«Телефоныма хәбәр килгәндә, төн уртаһы ауғайны инде. Шәхси кабинетыма инеп, сүпербүләкте күргәс, көтөлмәгән хәлдән күҙҙәрем шарҙай булды», - тип тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлаша ир.
Улар отҡан аҡсаны бизнесты үҫтереүгә йүнәлтергә ниәтләй.