Учалы ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы 37 йәшлек полицейға енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип хәбәр итте БР буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы (https://surb.sledcom.ru/news/item/1521918/ ).
БР буйынса ФСБ материалдарына ярашлы, бер 35 йәшлек яҡташыбыҙ автомобиле руле артына иҫерек кешене ултыртҡан була. Бының өсөн үҙенә штраф һалынырға тейеш була, машинаһы ла штрафстоянкаға ҡуйыла.
Ошо язанан ҡотолоу өсөн Учалы ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға 30 мең һум ришүәт түләгән, тип шикләнелә.
Ришүәт алыусыға ғына түгел, ришүәт биреүсегә лә енәйәт эше ҡуҙғатылған (айыуҙан ҡурҡҡан, бүрегә юлыҡҡан, һымаҡ килеп сыға инде!), тип хәбәр ителде. Тәфтиш бара.