Учалы районы талантлы кешеләргә, арҙаҡлы шәхестәргә бик бай. Районыбыҙҙың Яңы Байрамғол ауылы ҡыҙы, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайының Президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова үҙенең районын бер ваҡытта ла онотмай, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Президент фонды гранты ярҙамында тупланған аҙыҡ-түлек йыйылмаларын пандемия осоронда ярҙамға мохтаж булған граждандарға, күп балалы ғаиләләргә шәхсән үҙе килеп тапшырҙы.
Барыбыҙға ла мәғлүм, ауыр баҙар шарттарында милли баҫмаларға яҙылыу һүлпән бара. Алтын бөртөкләп йыйыла тигәндәй, һәр яҙылыусы өсөн көрәшәбеҙ: ойошмалар буйлап йөрөйбөҙ, етәкселәр менән һөйләшәбеҙ, бүләктәр отторабыҙ. Әйткәндәй, Эльвира Айытҡоловаға ла подписка менән ярҙам итеп ебәреүен һорап мөрәжәғәт иттек һәм яңылышманыҡ, ул ҡала-районыбыҙҙа йәшәүсе биш күп балалы ғаиләне "Яйыҡ" гәзитенә яҙҙырҙы. Учалы ауылынан ете балалы Ғәйнуллиндар, Илсеғол ауылынан дүрт балалы Хәкимйәновтар, Өргөндән Гөлназ Хәйбуллина, Мансур ауылынан Альбина Хөснөтдинова, Миндәктән Римма Әғзәмова. Был ғаиләләргә яҡташыбыҙ ярҙамы менән 2021 йылдың ярты йыллығында районыбыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер милли баҫманы уҡыу мөмкинлеге тейәсәк.
Әйткәндәй, Эльвира Ринат ҡыҙы яҡташтарын республика милли баҫмаларына ла яҙҙырҙы. Учалы яҙыусылар ойошмаһына - "Ағиҙел", “Ихтирам” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә - "Башҡортостан ҡыҙы", Уральскийҙан "Ләйсән" халыҡ бейеүҙәре ансамбленә - "Тамаша", Яңы Байрамғол мәктәбенә - "Ватандаш", ике китапханаға башҡортса журналдарға подписка бүләк итте.
Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән быйылғы Башҡорт теле йылы бик эстәлекле, сағыу ваҡиғаларға бай үтеүе хөрмәтенә яҡташыбыҙҙан учалыларға тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр еткерәбеҙ - Эльвира Ринат ҡыҙы 2021 йыллыҡҡа иң күп милли баҫмаларға, шул иҫәптән "Яйыҡ" гәзитенә яҙылыусы ғаиләләр араһында "Иң уҡымышлы ғаилә" тип аталған отош үткәрмәксе, бүләктәр әҙерләгән. Өс урын билдәләнәсәк. Бының өсөн квитанцияларығыҙҙы тотоп фотоға төшөргә һәм "Яйыҡ" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге битләүенә йәки jaik_1@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Бүләктәрҙе Яңы йыл алдынан килеп шәхсән үҙе тапшырасаҡ.
Эльвира Ринат ҡыҙының изге ғәмәлен, бәлки, ҡалған яҡташтарыбыҙ ҙа күтәреп алыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Әйткәндәй, ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу 20 декабргә тиклем оҙайтылды. Өлгөрөп ҡалығыҙ!