Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
12 Декабря 2020, 07:40

Ял табынына ҡыҫтыбый

Ҡамыр өсөн:Он - 300 гр. тирәһеҺөт- 100 мл.Йомортҡа – 1шт.Ҡаймаҡ - 2 аш ҡалағыТоҙ – 1балғалаҡ тирәһеСода - ҡалаҡ осонда

Ҡамыр өсөн:

Он - 300 гр. тирәһе
Һөт- 100 мл.
Йомортҡа – 1шт.
Ҡаймаҡ - 2 аш ҡалағы
Тоҙ – 1балғалаҡ тирәһе
Сода - ҡалаҡ осонда

Эслек өсөн:

Эсенә тары йә картуф иҙмәһе һалалар. Мин бөгөн картуф иҙмәһе менән яһайым.

Картуф – 8-10 шт.
Һыуған - 1-2шт (һыуғанһыҙҙа яһарға мөмкин)
Һөт – 100 мл.
Аҡ май 1 аш ҡалағы һәм 50 гр. тирәһе майлау өсөн.

Әҙерләү:

Тәрән һауытта һөт, йомортҡа, ҡаймаҡ, тоҙҙо һалып болғатабыҙ, сода һәм он һалып үтә йомшаҡ та, ҡаты ла итмәй генә ҡулға йәбешмәҫлек итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙың өҫтөнә таҫтамал ябып, 30 минутҡа ял итергә ҡуябыҙ ҙа, эслек әҙерләйбеҙ.

Картуфты һыуҙа бешереп алып, май, һөт һалып иҙеп, өҫтөнә ҡыҙҙырылған һыуғанды һалып болғатабыҙ. Һыуғанды һыйыр майында ҡыҙҙырһағыҙ тағы ла тәмлерәк була. Эслек әҙер.

Хәҙер инде утҡа ҡоро табаны ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ һәм ул ҡыҙғансы йоҡа итеп йәйеп йәймәләр әҙерләйбеҙ. Йәймәләрҙе ҡоро табала ике яҡтан бешереп барабыҙ һәм майлап, эслеген һалып уртаға бөкләп барабыҙ. Бешереп бөткәс ҡыҫтыбыйҙарҙы ирегән май менән майлап өҫтәлгә йылы көйөнсә бирәбеҙ. Майҙы ни тиклем күберәк ҡулланһағыҙ, ҡыҫтыбыйҙар шул тиклем тәмлерәк була. Һыуынып өлгөрһә, майлы табала ҡыҙҙырып, йылытып бирһәгеҙ кетерләп кенә торасаҡ һәм телеңде йоторлоҡ тәмле буласаҡ.
Читайте нас