Яйыҡ
+16 °С
Ясно
Новости
13 Декабря 2020, 08:15

Миңзифа Ҡашҡарованан бер нисә рецепт.

Австрийский штрудель.200 г он, йомортҡа, яблочный уксус, 2 аш ҡалағы сливочный май, 50 мл йылы һыу.Начинкаға: 100 г сливочный май4 аш ҡалағы панировочный сухариизюм,6-7 алма,1 балғалаҡ молотый корица, 100 г шәкәрдля посыпки:сливочный майшәкәр пудраһыКалла салаты.Продуктыны үҙеңә күпме кәрәк шуныса алаһың.Бәшмәк,консервированный йәки свежий шампиньондар һатыуҙа бар

Миңзифа Ҡашҡарованан бер нисә рецепт.
"Интернеттан алынған түгел.Үҙемдең йылдар буйы яратып әҙерләгән ризыҡтарым.Бөтә ғаиләнең һәм ҡунаҡтарыбыҙҙың яратҡан ризығына күптән әүерелгәндәр.Бер ҙә ялыҡтырмай гел эшләге килә.
Калла салаты.
Продуктыны үҙеңә күпме кәрәк шуныса алаһың.
Бәшмәк,консервированный йәки свежий шампиньондар һатыуҙа бар.Һуған
тауыҡ ите,ананас консерв. Сыр голландск.Яйцо,укроп,майонез.
Салатты биҙәргә:
пластинкалы сыр,бешкән кишер,йәшел һуған.

1 ҡат бәшмәкте табаға шыйыҡ май ҡойоп ҡыҙҙырып алабыҙ,һуғанды турап ҡушып ҡыҙҙырабыҙ.Һыуытабыҙ.Эҫе йәки йылы көйөнсә ҡушһаң салат әсей.
Ҙур тәрилкәгә бәшмәкте һалабыҙ.
2 ҡат. Бешкән тауыҡ итен турап һалабыҙ.
3 ҡат. Туралған ананас
4 ҡат. Ваҡ тишекле терканан ҡырылған сыр
5 ҡат. Терканан ҡырылған йомортҡа
мин тәүҙә һарыһын шунае ағын һалам.Салаттың өҫтөн укропты ваҡ ҡына итеп тура һибәм.Пластинка сырҙан калла сәскәһен эшләп һалам,кишерҙе ҡырҡып сәскәнең уртаһы була инде,йәшел һуғандан һабаҡтарын эшләйем.
Ә! Укроп һиберҙән алда салаттың өҫтөнә майонез һөртәм. Ҡайһы кеше салаттың һәр бер ҡатына майонез һөртә,мин улайтмайым.Майонез да күп китә, ашауға ла ауыр.Бысҡылдатып лыс майонез ашап ултырыу ҡыйын да инде,кемгә нисектер миңә шулай.

Австрийский штрудель.

200 г он, йомортҡа, яблочный уксус, 2 аш ҡалағы сливочный май, 50 мл йылы һыу.
Начинкаға: 100 г сливочный май
4 аш ҡалағы панировочный сухари
изюм,6-7 алма,1 балғалаҡ молотый корица, 100 г шәкәр
для посыпки:
сливочный май
шәкәр пудраһы

Бер йомортҡаны һытып, иләнгән ондо ҡушып ирегән май, уксус һәм һыуға ҡамыр баҫаһың.Ҡамыр йомшаҡ булырға һәм ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.Әҙер ҡамырҙы бер нисә тапҡыр туҡмас таҡтаһына шапылдатып ташлап- ташлап алыр кәрәк.Туҫтаҡты майлап ҡамырҙы 30 минутҡа ултыртып торорға.
Начинка: алманың ҡабығын әрсергә, төштәрен алырға һәм турарға эрерәк итеп, изюмды ҡушырға, грек сәтләүеген турап ҡушырға( өҫтә яҙырға онотҡанмын)
Таҡтала йәки таҫтамалға ҡамырҙы йәйергә,ҡамырҙы ҡул менән һуҙғыларға. Үтә күренмәле булырға тейеш.Өҫтөнә ирегән майҙы һөртөргә,сухари һибергә , алма изюм орех һәм корица ҡушып болғатылған эслекте йәйеп һалырға.Һәм шәкәр.
Рулет һымаҡ йәйергә листҡа һалып духовкаға ултыртырға.
200 градустағы эҫелектә 15 минут тоторға,алып өҫтөнә сливки или май һөртөп кире 20-25 минут тоторға духовкала. Һыуынғас өҫтөнә шәкәр ҡомо һибергә."
Читайте нас