Яйыҡ
+13 °С
Ясно
Новости
15 Декабря 2020, 05:50

Милли рух бөрктө байрам

Ҡалабыҙҙың "Ғаилә магниты" ("Семейный магнит") магазины майҙанында Башҡорт теле йылына арналған матур сара уҙҙы. Байрамды асып, район хакимиәте башлығыныңң социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәл Шәғәлина бер төркөм яҡташтарыбыҙға Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Телдең халыҡты халыҡ итеүҙә, уның белем һәм тәрбиә ҡоралы булыуы хаҡында арҙаҡлы әҙиптәребеҙҙең береһе - мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла илһамланып ижад иткән. Ысынлап та, туған тел хаҡында фекер йөрөткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итәбеҙ. Улар - ысын һүҙ оҫталары, һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр, халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар. Шуға күрә, 14 декабрь, Мифтахетдин Камалетдин улының тыуған көнө, республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.
Ҡалабыҙҙың "Ғаилә магниты" ("Семейный магнит") магазины майҙанында Башҡорт теле йылына арналған матур сара уҙҙы. Байрамды асып, район хакимиәте башлығыныңң социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәл Шәғәлина бер төркөм яҡташтарыбыҙға Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүҙә, йолаларға, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Учалы районы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Римма Солтанова, мәғариф бүлегенең баш белгесе Зилә Шәрәфетдинова, ҡаланың бишенсе мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәргизә Хәсәнова, 3-сө лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Диләрә Усманова, 10-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәмдиә Кинйәморатова, Учалы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Мәрзиә Солтанбаева, Озерный урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Ғибәҙуллина, Учалы тау сәнәғәте колледжының физкультура уҡытыусыһы Илдар Исхаков наградландылар.
Шулай уҡ килгән ҡунаҡтарҙы мәртәбәле байрам менән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лира Сәфиуллина тәбрикләне һәм "Ләйсән" халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Гүзәлиә Үҙәнбаеваға БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Мәғариф бүлегенең баш белгесе Зилә Шәрәфетдинова туған телебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡлап, ҡәҙерләп килгән, йәш быуынға башҡорт телен түкмәй-сәсмәй еткереүсе ҡала-районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына - Илсе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Солтановаға, Иманғол урта мәктәбе уҡытыусыһы Фәнил Бүләковҡа, Сәфәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Абдуллинаға, ҡаланың 3-сө лицейы башҡорт теле уҡытыусылары Азалия Фәсхетдиноваға, Диләрә Усмановаға, ҡаланың 10-сы мәктәбе башҡорт теле уҡытыусылары Гөлназ Хужинаға, Хәмдиә Кинйәморатоваға, Гөлнара Ибәтуллинаға, 1-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Ғүмәроваға, Озерный урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Ғибәҙуллина Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Учалы районы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Римма Солтанова барыһын да байрам менән ҡотлап: "Бөгөн рух көнө, бөгөн - милләтебеҙҙең көнө. Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек", - тине һәм яҙыусылар ойошмаһы тураһында бәйән итте, яңы ағза - Ишмәкәй ауылынан ҡыйыу ҡәләм тирбәтеүсе Гүзәл Сиражетдинова менән таныштырҙы.
Күркәм сарала шулай уҡ башҡорт йырҙары яңғыраны, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде, оҫталарҙың эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.
Читайте нас