Башҡортостанға 30 градуслы һалҡындар әйләнеп ҡайта. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, был йәкшәмбе, 20 декабрҙә, көтөлә. Республика биләмәһенә һалҡын фронт килә, термометр бағанаһы төндә -20,-25 градусҡаса төшә, аяҙытҡанда урыны менән -30, көндөҙ -13,-18 градус.
«17, 18 декабрҙә республика биләмәһе аша атмосфера фронты үтә. Күпселек райондарҙа ҡар яуа. Һауа температураһы төндә -8,-13, көндөҙ -4,-9 градус була», — тип белдерҙе синоптиктар.