Яйыҡ
+13 °С
Ясно
Новости
16 Декабря 2020, 08:25

Сөсө күмәс

Беҙҙән өс-дүрт саҡрымда 30-40 хужалыҡтан ойошҡан Шәмсетдин ауылы ята торғайны. Хәҙер ул күптән юҡ инде, урынында хатта нигеҙ таштары ла ҡалм-аған. Ҡасандыр бында кеше йәшәгәнен белдереп өйәңкеләр генә шаулай бары

Сөсө күмәс
Хәйҙәр ТАПАҠОВ

Беҙҙән өс-дүрт саҡрымда 30-40 хужалыҡтан ойошҡан Шәмсетдин ауылы ята торғайны. Хәҙер ул күптән юҡ инде, урынында хатта нигеҙ таштары ла ҡалм-аған. Ҡасандыр бында кеше йәшәгәнен белдереп өйәңкеләр генә шаулай ба-ры. Ошо ауыл аша үткән һайын быныһы Ишкәленеке, быныһы Файзрахман ағайҙыҡы, ә быныһы, ҡалҡыулыҡтағыһы, Вәғиҙә апайҙың баҡсаһындағы ағ-ас тип теүәлләп үтәм гелән. Шулай итеп - Таһир Вәғиҙә. Шәмсетдин ауылын-ың ҡап яртыһын Таһировтар биләгәс, һәммәһен дөйөмләштереп Таһирҙар, тине лә ҡуйҙылар. Ошо ерҙә “Таһир менән Зөһрә ” иҫкә килеп төштө кинәт. Та-һиры ҡайҙа булғандыр, уныһы минең өсөн билдәһеҙ ҡалды, ә бына Зөһрә-Вә-ғиҙә тол ҡалып, әйтем үткәнемсә, түң башындағы ҡыҙғылт-һары балсыҡ ме-нән һыланған кескәй генә йортонда улы, ҡыҙы менән көн итте. Әсәйемдең яҡын әхирәте булғанға күрә район үҙәгенә үтешләй, йә ҡайтышлай йыш ҡы-на уларға һуғылып үтә инем. Шуныһы хәтерҙә ҡалған, уларҙың өйө һәр саҡ йылы һәм барлыҡ тәҙрәләре ҡояш яғына ҡарап асылғас, яҡты булды, һәм ун-ан тамаҡ төбөн наҙлы ҡытыҡлап гелән тәмле икмәк еҫе килде. Күренеүем була, апай, мине генә ҡунаҡтай көткән тиерһең, урындыҡ түренә әле генә бо-ҫорап ҡайнап сыҡҡан, ҡорһағының бер яғы йәмшегерәк еҙ самауырын ҡуя, аҡ киндер ашаулыҡҡа оло туҫтаҡҡа һалып яңы айыртҡан ҡаймаҡ, сеүәтә ту-лтырып ер еләге ҡайнатмаһын ҡуя ла, йәмкә алып мейесе янына килгәс, ун-ан көлгә күмелгән сөсө күмәсен тартып ала. Мәгәр бүлеп алдыма һалырға ашыҡмай, һәлмәкләп ҡулдарында уйнатҡылаған ҡайнар нәмәне кире мейес тамағына тыға ла былай ти:
- Сабыр итәйек бер аҙ, сей әле!
Шунан, әҙерәктән, көлдөксә ауыҙына икенсе көлсәне килтереп сығарғас ике-ләнгәндәй йәнә туҡталып ҡала:
- Быныһы ла бешеп өлгөрмәгән!
Ниһайәт өсөнсө күмәскә сират етә:
- Әһә, бына быныһы иң тәмлеһе, иң ҡайнары, мөтөрләп кенә торғаны, телеңде йоторлоғо!
Шулай итеп хан һыйын алға ҡуйып сәй табынын башлайбыҙ.
Шәмсетдин ауылы әкренләп юҡҡа сыға башлағас, Вәғиҙә апай күсеп беҙгә күтәрелде, ауылдың урта төшөнән теге өкәлтәгенән ары китмәгән өй һатып алды. Күтәрелде, тиеүем шунан, Шәмсетдин түбәндәрәк ята, ә Һабыр - тау ба-шында. Апай етди сирләп китте, түшәгенә тормаҫ өсөн ятты. Бер көн хәлен белергә барғанда хушлашыр алдынан ул әйтә ҡуйҙы:
- Ҡустым, мин һиңә мейес төбөнә һалынған берҙән-бер күмәсемде ашаттым, бик беләһең килһә. Ә һин шул хәйләмде төшөнмәнең дә, һеҙмәнең дә, апай бе-шеп еткәне менән һыйланы, тип уйлап алдандың.
Хәҙер иң тәмле, иң татлы көллө күмәс кемдеке, тип һораһалар шикләнмәйен-сә әйтәм:
- Һайлай барып иң-иңен алдыма ҡуйған Вәғиҙә апайҙыҡы!
Читайте нас