Ҡариҙел районында бер йәшлек бала өйҙә саморез йотҡан. Малай тонсоға башлағас, әсәһе уны дауаханаға алып киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар ярҙам итә алмаған.
Стәрлетамаҡ районында бер ҡатын ярты йәшлек ҡыҙын ваннала йыуындырғанда бер аҙға ғына сығып торған. Кире ингәс, балаһының йәнһеҙ кәүҙәһен күргән. Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.