Учалы ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы 37 йәшлек полицейға енәйәт эше ҡуҙғатылды, 30 мең һум ришүәт алыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр иткәйнек. Тәфтиш бара. Тәфтишселәрҙең юллауы буйынса, ришүәтселектә ғәйепләнеүсе ҡулға алынып йәшәгән йортонда тотола, тип белдерҙе Учалы район судының мәғлүмәт хеҙмәте. Русса әйткәндә – судья “домашний арест” тураһында ҡарар сығарған..