Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
17 Декабря 2020, 12:00

Еңеүсебеҙ менән таныштырабыҙ

Тағы ла бер еңеүсебеҙҙе ҡаршылағыҙ. Мәфрүзә Шакирова Ҡолош ауылынан. Бүләккә уға бешеренеү өсөн форма эләкте.

Тағы ла бер еңеүсебеҙҙе ҡаршылағыҙ. Мәфрүзә Шакирова Ҡолош ауылынан. Бүләккә уға бешеренеү өсөн форма эләкте. Үҙе килә алмағас, бүләкте Резеда ҡыҙы килеп алды.
Мәфрүзә Сибәғәт ҡыҙы ваҡытында “Урал” колхозында 30 йылдан ашыу һауынсы булып эшләгән. Маҡтау ҡағыҙҙары, Хөрмәт грамоталары күп.
Уның тормош иптәше Фәнил Фәрит улы шулай уҡ тормошон хеҙмәткә бағышлаған. Хеҙмәт стажы өс тиҫтә йылдан ашыу. Фәнил ағай тимерсе, осеменатор булған.
Шакировтарҙың ғаилә стажы ла апаруҡ - 42 йыл бергә татыу ғүмер итәләр.
Ғаиләлә өс ҡыҙ тәрбиәләнгән. Резедалары М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Әле “Ҡояшҡай” магазинында хеҙмәт итә. Икенсе ҡыҙҙары Динә ҡалалағы “Ромашка” балалар баҡсаһында эшләй. Ә Вилә ҡыҙҙары сәнғәт юлын һайлаған - “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейеүсе.
Мәфрүзә һәм Фәнил Шакировтар ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп йәшәйҙәр һәм, әлбиттә, “Яйыҡ” гәзитенән айырылғандары юҡ.
Читайте нас