Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
17 Декабря 2020, 07:50

Егеттәр әрмегә бара

Башҡортостандан дүрт егет фәнни роталарға юлланды. Владимир Неволин, Юнир Лоҡманов, Арыҫлан Ҡарасурин һәм Марат Нәбиев университет тамамлаған, ғилми мәҡәләләре бар.

«Уйлап тормайынса, анкета тултырҙым да бына хәҙер теләгән урыныма хеҙмәт итергә барам»

Башҡортостандан дүрт егет фәнни роталарға юлланды. Владимир Неволин, Юнир Лоҡманов, Арыҫлан Ҡарасурин һәм Марат Нәбиев университет тамамлаған, ғилми мәҡәләләре бар.

Яҡташтарыбыҙ Санкт-Петербургҡа һәм Анапаға ебәрелә.

Башҡортостан - фәнни роталарға ебәреү буйынса алдынғы урында. Алты йылда ете меңдән ашыу кеше оҙатылды.

Фәнни роталарға 19-27 йәшлек егеттәр алына. Улар ғилми эшкә әүәҫ, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашырға, ғилми мәҡәләләре һәм хеҙмәттәре, уртаса балы 4,5-тән кәм булмаған диплом, компьютерҙа юғары кимәлдә эшләргә, программалау телен белергә, мәғлүмәттәр базаһы һәм график редакторҙар менән эшләү тәжрибәһенә эйә булырға тейеш.
Иҫән-аман хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
"Башҡортостаным"
Читайте нас