Яйыҡ
+13 °С
Ясно
Новости
17 Декабря 2020, 08:30

Ҡотлайбыҙ!

еспубликабыҙҙа Башҡорт теле көнөнә арналған "Башҡорт шағирҙарының шиғырҙары - туған телдә" шиғыр һөйләүселәрҙең онлайн-конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар.

Республикабыҙҙа Башҡорт теле көнөнә арналған "Башҡорт шағирҙарының шиғырҙары - туған телдә" шиғыр һөйләүселәрҙең онлайн-конкурсына йомғаҡ яһалды. Ойоштороусылар башҡорт, рус, сыуаш, удмурт, марый, татар телдәрендә 163 видеоэш ҡабул итеп алған. Жюри һөҙөмтәләре буйынса, ниһайәт, еңеүселәр билдәләнде. Конкурста Учалынан да бихисап ижад һөйөүсе ҡатнашты. Улар араһынан 50 йәштән өлкәндәр араһында Комсомольскийҙан Ринат Сиражетдинов икенсе урынға лайыҡ булды. Өсөнсө урында Ҡалуй ауылынан - Зәйтүнә Вәлиева. Яҡташтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас