Башҡорт милли кейеме оҫталарының “Тамға” халыҡ-ара конкурсы тамамланды. Уны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостандың Милли музейы ойоштора.
Ҡатнашыусыларҙың эштәре ошондай номинацияларҙа баһалана: “Башҡорт милли кейеме – реконструкция”, “Заманса стилдәге авторлыҡ костюмы”, “Балалар кейеме”, “Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре”, “Традицион башҡорт кейеме аксессуарҙары”. Бәйгеселәрҙең эштәрен халыҡ оҫталары, ғалим-этнографтар, билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталарынан торған жюри баһаланы.
Һәммәһе 5 илдән, 10 төбәктән 300 тирәһе оҫтабикәләр 1500 тирәһе эш тәҡдим итәләр. Иң уңған 25 оҫтабикәләр исемлегендә Учалы ҡалаһынан Альбина Ғәлиева финалға сыға алды, оҫталығы “Традицион башҡорт костюмын һаҡлау һәм үҫетереүгә индергән өлөш өсөн” номинацияһында аҡсалата сертификат, диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Альбина Шәфҡәт ҡыҙы сарыҡ һәм тап Учалы яҡтарына хас яға тәҡдим иткән була. Белешмә: сарыҡ – башы күндән, ҡунысы туланан (кейеҙҙән) тегелгән аяҡ кейеме, яға – ҡатын-ҡыҙҙың түшенә кейә торған шау тәңкә, мәрйендән ғибәрәт биҙәнеү әйбере.
Ә бит бынан бер-ике көн алда, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән Асыҡ республика “Йыл һөнәрселәре -2020” конкурсына йомғаҡтар яһалды. Унда иһә Альбина Шәфҡәт ҡыҙының ҡорама (айырым киҫәктәрҙән ҡорап, йәғни ялғап, тегелгән) юрған да махсус призға лайыҡ булды –“Үҙенсәлекле сәнғәт табышы ҡулланған өсөн” ("За оригинальное художественное решение"). Был хаҡта оҫтабикә шулай, ти:
-Кесе улым тыуыр алдынан 2019 йылдың башында ҡорама келәм теккән инем. Һуғылған балаҫтарға оҡшаһын да, үҙе ҡорама булһын, балаға тәү баштан башҡорт ғаиләһендә үҫкәнен иҫкәртһен, тип теләнем. Быйыл "Ремесленник -2020" конкурсына заявка ебәрергә баҙнат иткәйнем - ҡорама келәм финалға үтте һәм бөтөнләй көтөлмәгән юғары баһа алды - УГНТУ-ның "Дизайн и искусствоведение" кафедраһының махсус дипломы бирелде. Бүләктән тыш - иҫ китмәле һоҡланыу, ижад итеү хисенең бай һәм күп төрлөлөгөн күреп шатланыу, һөнәр эйәләренең оҫталығына хайран булып илһамланыу, сәмләнеү, дәртләнеү алып ҡайттым саранан.
Танылған оҫталарҙың коллекцияларын ҡарап, күңел һөйөнә: милли кейемебеҙгә һандыҡ төбөндә генә ятырға юл ҡуйылмаҫ. ИншаАллаһ, "башҡортса" кейенеү модаға инәсәк көн алыҫ түгел! Ниндәй кейем һайлаһаң да, үҙең булып ҡал, башҡорт ҡыҙы!
Был хаҡ һүҙҙәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ, һәм ихлас күңелдән оҫтабикәне ҡотлайбыҙ! Уның үҙе тураһында ла ентеклерәк яҙыу урынлы булырҙыр. Альбина Ғәлиева сығышы менән Бөйҙө ауынан. Атай-әсәһе – уҡытыусылар. Бик талапсан булалар, ике ҡыҙҙарын бәләкәстән эшкә, яуаплылыҡҡа өйәртеп тәрбиәләйҙәр.
Үҫеп еткәс, Альбина БДУ-ның Учалы факультетында уҡый (башҡорт-рус филологияһы), 2008 йыл диплом ала. Башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Тик “декрет отпускыларына” йыш сыҡҡас (был хаҡта һуңғараҡ), шулай уҡ дингә килеп, яулыҡ ябынғас, мәктәптә эшләү билдәле ҡытыршылыҡтар тыуҙыра башлай. Шуға ла башта район үҙәк китапханаһына, һуңынан Бөйҙө китепханаһына күсергә тура килә.
-Мин рус мәктәбендә уҡыным. Әҙәби туған телде яҡшы белмәнем. Беҙҙең ҡасаба ла башҡорт ауылы түгел, бар саралар рус телендә үтте. Хәйер, өйөбөҙҙә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре күп булды, тик улары ла рус телендә - "Таганок", "Дочь посла", “Башкирские народные сказки”. Ниңәлер үҫкән ғаиләмдә “Яйыҡ”ты ла алдырманылар, ә бына “ Серп и молот”тан өҙөлмәнек, тип бәйән итте әңгәмәсебеҙ, - Мин мәктәптә яҡшы уҡыным, мәктәпте бик яраттым. Айырыуса гуманитар фәндәр оҡшай ине. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялландым. Әлеге лә баяғы рус теле уҡытыусыһы булырға йыйнам. Ярай ҙа, исмаһам өйҙә башҡортса һөйләшә инек. Икмәк-тоҙлоҡ һупалаған булам. Бер көн,10-сы синыфта булды шикелле, Р.Бикбайҙың "Халҡыма хат" әҫәрен уҡып тетрәндем. Бер нисә аҙна башымдан батырҙарыбыҙҙың туған тел өсөн үткәргән ғазаптары сыҡманы, үҙемдең телле көйө телһеҙ икәнемде аңлап оялдым һәм ғәрләндем....
Мәктәпте тамамлағас, атай-әсәһе Альбинаға шулай тине: "Учалыла ла уҡырға мөмкин. Йыраҡҡа бармайһың, бында керәһең". Атаһә, физика уҡытыусыһы булараҡ: "Әгәр БДПУ-ның физмат бүлегенә барһаң - Өфөгә ебәрәм", -ти. Теүәл фәндәр күңелгә ятмағас, Учалының рус-башҡорт филология бүлегенә уҡырға инә. Бик ҡыйын була башта, ләкин үҙенә талап ҡуя: туған телде яҡшы өйрәнергә һәм иң мөһиме - фекерләргә өйрәнергә. Күпләп гәзит-журналдар уҡый. Тарихи романдар уҡып, аңлашылмаған һүҙҙәрҙе яҙып алып ятларға ғәҙәтләнә.
Әйткәндәй, һүрәт төшөрөү, һыҙыу, тегенеү эшенә һәләтһеҙ тип иҫәпләй торған була үҙен. Берҙе балалар баҡсаһына йөрөгәндә тәрбиәсе нисек итеп сәскә яһағанын аңғармай ҙа,үҙенсә эшләп биргән була. Теге ни,юҡ, былай кәрәкмәй, минеке кеүек эшлә, тип талап итә. Эшләп бөткәс кенә урамға сығаһың, ти. Сабый күҙҙәрен мөлдөрәтеп бер үҙе саф һауаға уйнарға сыға алмай ултырып ҡала. Шул саҡтан “комплекс неполноценности” барлыҡҡа килгәндер - һүрәт төшөрә белмәйем тигәнгә ныҡлап ышандым. 3-сө курста уҡығанында ғына конкурс иғлан ителә. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450-йыллығы айҡанлы һүрәттәр конкурсы . Ҡатнашҡыһы килә, әммә һүрәт төшөрә белмәйем, тигәнгә ныҡ инанған. Уйлай-уйлай ҙа, тәбиғи материалдарҙан Башҡортостандың картаһын яһай. Гран-при яулай. Илһамланып китеп, ошо ысул менән Башҡортостан гербын да яһай.
Шунан бер нисә йыл ижадҡа тотонмай - арлы-бирле бәйләм бәйләү менән сикләнә. 3-сө бала менән декретта ултырғанда мәҡәләләр яҙыу менән булыша башланым. Ире бер көн: "Әйҙә, башҡортса яҙ, булдыраһың һин!" - тип ҡеүәтләй. Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан" гәзитендә баҫылып сыҡты. Шул тиклем ҡыуана һәм ныҡлап тотона - "Яйыҡ”та, "Йәшлек”тә, "Киске Өфө"лә баҫыла
-МәрйәмБураҡаева бик мөһим фекер менән бүлешкән "Арғымаҡ" китабында: "Кеше туған телдә фекерләһә - мейеһенең ике яғы ла эшләй, һәләттәре асыла", - тей. Минең дә шулай булғандыр ул, - тип йылмайҙы Альбина ханым. -Өй өсөн ҡорама әйберҙәр тегә башланым.. Бер ҡораманы экокүндән тектем - балалар бәләкәй, бысратһалар һөртөп кенә алырға тип. Интернетҡа һалған инем - оҫтабикәләр юғары баһаланы. Шунан күңелем үҫте. Мин өй өсөн тегергә яратам, мотлаҡ милли рух һиҙелһен тип тырышам.
Ә 2017 йылда Учалы телевидениеһы, Учалы башҡорттары ҡоролтайы "Яға-2017" конкурсын иғлан иткәндә, оҫтабикә милли стиль, этник биҙәнеү әйберҙәре менән ныҡ мауыҡҡан була инде. БДУ-ның Учалы вәкиллеге үткәргән мастер-класҡа барып, яғаның нимә менән селтәр-һаҡалдан айырылғаны, нисек эшләнергә тейешлеге хаҡында ныҡлап төшөнә. Бар этаптарҙы үҙ ҡулы менән, боронғо технологияларҙы ҡабатлап эшләгәндә, ата-бабаларҙың оҫталығына хайран ҡала. Яғаһы менән конкурста гран-при яулай. БСТ-ның "Бәхетнамә" тапшырыуына саҡыралар. Унда бер сетерекле һорау ҙа бирәләр: "Биҙәнеү әйберҙәрен заманға яраҡлаштырыу кәрәкме?" Яҡташыбыҙ ошолай ти: "Һәр ҡатындың гардеробында берәү булһа ла, ысын, боронғо ысул менән эшләнгән яға-селтәре булырға тейеш. Ул ғаилә ҡомартҡыһы булып, киләсәк быуынға үрнәк өсөн үҙгәртелмәй һаҡланырға тейеш, ҡалған урынды стилизацияланған биҙәүестәргә лә ҡалдырырға мөмкин".
Ә былтыр Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә милләтебеҙ сәнғәте белгесе Азат Ғарипов сарыҡ тураһында мәғлүмәттәр бирә. Учалы ҡасандыр дан тотҡан сарыҡ тулаһы менән. Беҙҙең бренд булырҙай әйбер ул, сарыҡ тегеү уйы менән яна башлай. Һәм үрҙә әйткән уңышҡа өлгәште!
-Бер яҡты хыялым бар: халҡыбыҙ сағыу милли кейемдәребеҙҙе көндәлек тормошта кейә башлаһын ине. Иҫ китмәле матур бит милли әйберҙәр! –ти яҡташыбыҙ.
...Собханналлаһ, күҙ генә теймәһен, үҙе лә ҡыҙҙар ғына кеүек күренгән йәш ҡатындың 5 бала әсәһе икәнлегенә ышаныуы ла ҡыйын! Биш гөлдәй бала, исемдәре генә ни тора: Зәфәр, Суфия, Мәликә, Сәлимә, Аҡсура. Башҡорт рухында тәрбиәләнәләр, ҡалала йәшәһәләр ҙә, башҡортса һөйләшәләр. Аталы-инәле, иманлы, бәхетле булып үҫһендәр тип теләп ҡалабыҙ. Ғаилә башлығы, яҙмаһаң да аңлашылыр ине, бик тә лайыҡлы уҙаман – Ҡотой ауылынан Динар Тәлғәт улы Сафин, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә. Һуңында шуны ла билдәләйек, был матур ғаилә барлыҡҡа килеүгә “Яйыҡ” гәзитебеҙ ниндәйҙер мәғәнәлә сәбәпсе булған икән.
- Беҙ ҡасандыр Өфөлә бер конкурста, яҡташтар булабыҙ икән, тип кенә танышҡайныҡ. Һуңынан өс йыл бөтөнләй аралашырға тура килмәне. Ә берҙе минең турала “Яйыҡ”та мәҡәлә баҫылған ине. Шуны күреп буласаҡ хәләл ефетем мине иҫкә төшөргән дә, интернет аша эҙләп табып, сәләм яҙҙә, йәнә аралаша башланыҡ, - тип йылмайҙы Альбина ханым.
Бына шулай, йәмәғәт, гәзиткә яҙылыу үҙе генә бәхет килтерә, тип раҫлай алмайбыҙ, әммә рух тамырҙарынан айырылмау, халҡың менән бергә булыу – тормошҡа, һис шикһеҙ, мәғәнә бирә!