Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
18 Декабря 2020, 07:25

Яңы йыл мәҙәктәре

Яңы йыл мәҙәктәре. 1998 йыл. 31 декабрь йыраҡтан ҡунаҡҡа туғандарым, иптәштәр килде. Яңы йылды ҡаршыланыҡ.

Яңы йыл мәҙәктәре. 1998 йыл. 31 декабрь йыраҡтан ҡунаҡҡа туғандарым, иптәштәр килде. Яңы йылды ҡаршыланыҡ. Төнгө икенсе яртыла, өҫтәл артында ултырып ялҡҡас, уйындар уйнай башланыҡ. Бер фантҡа яза итеп һыйырҙы ҡосаҡларға ҡушылған ине. Ишек алдына сыҡҡас, эт саҡырған һымаҡ һыҙғырып, һыйырҙы саҡырҙым. Һарайҙың арғы мөйөшөндә дабыр-шотор тауышы сыҡты ла, ишеге асыҡ ине, һыйыр йүгереп беҙҙең алдыбыҙға килеп баҫты. Барыһы ла аптырап китте. Яза үтәргә тейешле кеше һыйырҙы ҡосаҡланы. Беҙ саф һауаны һулағансы, һыйыр кире һарайға инеп китте. Аптыраған ҡунаҡтар көлә-көлә, "трюкты" яңынан башҡарып ҡарауҙы һораны. Мин ҡыҙыҡ өсөн тағы ла бер тапҡыр эт саҡырған һымаҡ һыҙғырҙым. Ятып өлгөргән һыйыр тағы ла һикереп торҙо ла, сабып килеп етте. Беҙ көлөшә- көлөшә Яңы йыл табынына инеп киттек. Өйҙән тиҙ генә биҙрә менән йыуышты алып сыҡтым. Сөнки мин электән һәр ваҡыт, һыйырға йыуышты һыуын алып сыҡҡас, уны этте саҡырған һымаҡ һыҙғырып саҡыра инем. Шулай һыйырҙа условный рефлекс булдырған инем. Ләкин уның турала ҡунаҡтарға әйтеп торманым, был хәрби сер булып ҡалды…
Фәнүр Шаһиев
Читайте нас