Күптәр, ЗАГС бүлеген туй тантаналары менән шөғөлләнгән хеҙмәт тип уйлап, төптө хаталана. Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге кеше яҙмышының иң мөһим ваҡиғаларына бәйле. Йәғни кешенең тыуғандан алып үлеменә тиклем тормошондағы барлыҡ хәл-ваҡиғаны документлаштырыуға кәрәк булған мөһим этаптарҙы үҙ эсенә ала. Шул уҡ ваҡытта был һөнәр эйәләренә уҡытыусы ла, психолог та, юрист та, артист та булырға тура килә. Ҡаланың ЗАГС бүлегендә тәжрибәле, үрҙә телгә алынған сифаттарға эйә булған үҙ эшенең оҫталары эшләй.
ЗАГС бүлегенән алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, быйылғы йылда бөтәһе 717 сабый тыуған. Улар араһында 3 игеҙәк тә бар. 2019 йылда иһә 765 бала донъяға килгән.
Сабыйҙарҙың популяр һәм һирәк осраған исемдәрен дә атанылар. Балаларға йышыраҡ Йәсмин, Дарина, Арина, Амелия, Самира, Данияр, Тимур, Кристина, Полина, Асель, Аделина, Диана, Роман, Давид, Эльза, Айлина, Аэлита, Тамерлан тип исем ҡушҡандар. Саф башҡорт исемдәре лә юҡ түгел - Рәдиф, Сыңғыҙ, Иҙел, Бәхтийәр, Зариф, Сафия, Йәмил, Физалия, Айгүзәл, Гөлнәзирә, Ислам, Назар, Нуриман, Сөләймән, Рәфис. Ғәҙәти булмаған исемдәргә эйә булғандар ҙа бар: Евангелина, Лукерия, Сумайя, Реналия, Эмелина, Аглая, Николь, Рудольф, Алишер, Алиаскар, Эллари, Данелия, Джасмин, Каролина, Дирея, Хадичахон.
Сабый донъяға килеү менән ата-әсәһе уға исем ҡуша. Һәр кемгә үҙ балаһы берҙән-бер һәм иңдәрҙән-иң. Ҡайһы берәүҙәр ғәзиздәренең башҡаларға оҡшамағанлығын үҙенсәлекле, ә ҡайһы саҡ сәйер исем ҡушыу аша сағылдырырға тырыша. Кескәйҙәрҙе өлкәндәрҙең бындай аҙымынан яҡлау өсөн илебеҙҙә балаларға сәйер, ғәҙәти булмаған исемдәр ҡушыуҙы тыйыу тураһында федераль закон ҡабул ителде. Ғәмәлдә, сикләүҙәр һандарҙан, хәреф-һанлы кодтан, аббревиатуранан торған исемдәргә ҡағылды. Баланы ике фамилия менән теркәү буйынса ла үҙгәрештәр индерелде.
-Ғаиләлә бала тыуыуы - ул ҙур яуаплылыҡ икәнен онотмаһындар ине ата-әсәләр. Был мәсьәләгә етди ҡарарға кәрәк. Һәр тыуған сабый бәхетле, көтөп алынған һәм ғәзиз булһын, - тип теләне ЗАГС бүлеге начальнигы Ирина Вәлиева.
Өйләнешеүҙәргә килгәндә, быйылғы йылда 302 пар мөнәсәбәтен теркәгән, 262 ғаилә тарҡалған. Уҙған йылда, мәҫәлән, 442 пар сәстәрен сәскә бәйләгән, 280 ғаилә тарҡалған. Билдәле, пандемия осоронда ғаилә ҡороусолар һаны күпкә әҙәйҙән. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар 25-34 йәштәрҙә әүҙем ғаилә ҡора. Шулай уҡ айырылышыу осраҡтары ла күбеһенсә ошо йәш арауағына тура килә. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре никахлашырға теләгән 70 йәштән ашҡан ир-егеттең һәм 60 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң өлкән ғаилә булыуҙары хаҡында ла һөйләнеләр. Быйылғы кәбисә йылында, былтырғы менән сағыштырғанда, күп кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Былтыр 886 кеше вафат булһа, быйыл уларҙың һаны 1106-ға еткән.
Әйткәндәй, пандемия осоронда ЗАГС хеҙмәткәрҙәре ҡабул итеүҙәргә халыҡты алдан яҙылырға саҡыра. "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы йәки 6-18-68 телефоны аша яҙылырға була. Эш графигы - шишәмбе - шәмбе көндәрендә - 10.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем. Кесаҙна - санитар көн. Яңы йыл каникулдарында 4, 7 ғинуар халыҡты ҡабул итәсәктәр, тик был көндәрҙә үлемде теркәү буйынса ғына дәүләт хеҙмәте күрһәтеләсәк.