Туңдырылған скумбрия балығын ҡойроҡ, ҡанат, башын ҡырҡып алып, эсен таҙалап, эсен-тышын тоҙ менән һөртөп сығып, алданыраҡ әҙерләп ҡуйылған эслек менән тултырырға. Эслекте кишерҙән эшләйбеҙ, уның өсөн 1-2 кишерҙе йыуып, оҙонса ҡырғыс аша үткәреп, самалап тоҙ, тәмләткес һалып, бер өлөш һарымһаҡ ҡырып ҡушырга ла, салатҡа һалған кеүек майонез ҡушып болғарға. Эсе тултырылған балыҡты фольгаға төрөргә лә, листҡа теҙеп һалып ҡыҙыу духовкала 45 минут самаһы бешереп алырға. Скумбрия балығы үҙе лә майлы, ә эсендәге кишер салаты ла майонез менән майлы булған өсөн, һыуҙа бешкән йәки духовкала бешкән бәрәңге менән ҡуша табынға бирергә. Телеңде йоторлоҡ тәмле була, шуның өсөн һаҡ ҡына ашар кәрәк!