300гр тауыҡ ите, 5 йомортҡа, 150 гр ҡара емеш, 100 гр әстрәхән сәтләүеге, 100 гр сыр, майонез, петрушка, бешкән кишер.
Бешереп һыуытылған тауыҡ итен ваҡ итеп турайбыҙ. Һыуҙа бешереп таҙартылған йомортҡаның ағын-һарыһын айырып, ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сәтләүекте блендер менән иҙәбеҙ. Ҡара емеште турайбыҙ. Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Йәйпәк тәрилкәгә тауыҡ итен һалып, майонез һылайбыҙ. Уның өҫтөнә йомортҡа һарыһы, шунан ҡатлап ҡара емеш, сыр, сәтләүек, йомортҡа ағын һалабыҙ. Һәр ҡатҡа майонез һылап барабыҙ.
Биҙәгәндә петрушка ҡулланабыҙ, сәғәт телдәрен бешкән кишерҙе ҡырҡып яһайбыҙ.