Яйыҡ
+21 °С
Дождь
Новости
20 Декабря 2020, 06:05

Пахлава

Бер йомортҡа, ике ҡалаҡ аҡ май, бер сынаяҡтай ҡала ҡаймағы, бер сынаяҡ йылы һөттә ебетелгән дрожжи, тоҙ һалып йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ҡамыр күҙләнгәнсе, эслек әҙерләнем. Грек сәтләүеге юҡ ине, 200г арахис менән 100г миндалде ҡыҙҙырып алдым.

ПАХЛАВА
Бер йомортҡа, ике ҡалаҡ аҡ май, бер сынаяҡтай ҡала ҡаймағы, бер сынаяҡ йылы һөттә ебетелгән дрожжи, тоҙ һалып йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ҡамыр күҙләнгәнсе, эслек әҙерләнем. Грек сәтләүеге юҡ ине, 200г арахис менән 100г миндалде ҡыҙҙырып алдым. Биҙәргә айырып миндаль ҡалдырҙым да, ҡалғанын ит турағыстан үткәрҙем, эре тишекленән. Бер сынаяҡ шәкәр(оригиналда 250г шәкәр пудраһы), бер балғалаҡ корица(ванилин, кардамон) һалып бутаным. Ҡамырҙы алып 12 өлөшкә бүлдем. 12-се өлөш ҡалғандарынан ике тапҡыр ҙурыраҡ булырға тейеш. Бер йомғаҡ майҙың дүрттән бер өлөшөн(оригиналда бер ҡап май) иреттем. Ҡамырҙың иң ҙур өлөшөн туҡмас йоҡалығында йәйергә лә майлы табаға һалырға. Ситтәре табанан сығып тора. Әйткәндәй, минең табаның диаметры 28 см. Ҡамырға иретелгән аҡ май һөртөргә лә бәләкәй йомғаҡтарҙы йәйә башларға. Аҫҡы ҡатҡа сәтләүек һалмайҙар.Бәләкәй йәймә табаның диаметрына тап килде лә ҡуйҙы. Шуны һалғас, тағы май һөртөргә һәм сәтләүек һибергә. Сәтләүекте алдан уҡ ун тигеҙ өлөшкә самалар кәрәк. Артабан шулай китә инде: йәйәбеҙ ҙә майлайбыҙ, сәтләүек һибәбеҙ. Ун беренсе ҡатты һалғас, беренсе ҡаттың артыҡ ҡамырын ҡырҡып ташларға. Ситен бөгөр өсөн бер-ике см ҡалдырырға кәрәк. Минең табаның бортигы менән бер булды. Бәлеш һымаҡ ситтәрен ҡаплап ҡуйғас, өҫтөнә май һөртөргә лә ун икенсе ҡатты ҡапларға. Уның өҫтөнә туғылған йомортҡа һөртөргә. Ромбиктарға ҡырҡҡанда таба төбөнә еткергәнсе ҡырҡмаҫҡа, шәкәр менән май иреп ағып көйөүе мөмкин. Ромбиктарҙың уртаһына уйым эшләп миндаль һалып сығырға. Әсе ҡамыр булғас, әҙерәк ултырып торорға тейеш. Мейес ҡыҙғансы, исмаһам. Мейескә ҡуйғас, тағы май иреттем. Оригиналда шул бер ҡап майҙы ике өлөшкә бүлергә тиелгән. Әммә минең йәймәләргә май күп китте. Дөрөҫ эшләгәнмен, сөнки май әҙ эләккән ҡаттары ысҡынып тора ине. Шунан. Мейестә ун биш минут ултырғас, алып өҫтөнә ошо 50г тирәһе иретелгән майҙы ҡырҡылған еренә ҡалаҡ менән ҡойоп сығырға. Тағы бер тапҡыр бысаҡ менән ҡырҡып сығырға, атыу ҡабара. Тағы духовкаға ҡуйырға. Шул арала сироп әҙерләргә. Мин рецепта өйрәтелгәнсә 90мл ҡайнаған һыуға ике ҡалаҡ бал һалып эшләгәйнем. Ҡамыр ҡыҙара башлағас, алып өҫтөнә ҡоя башлағайным, саҡ етеп ҡалды. Ҡырҡылған ерен тағы бер бысаҡ менән йөрөтөп сыҡтым да кире мейескә ҡуйҙым.Инде өҫтө көрәнһыу төҫкә ингәнсе ултырырға тейеш. Тағы бер сынаяҡ һыуға ике ҡалаҡ шәкәр, бер ҡалаҡ бал һалып сироп ҡайнаттым.
Мейестән алғас, ромбиктарҙы ҡырҡтым да сиропҡа манып тәрилкәгә теҙҙем. Пахлава шулай баллы-һутлы була инде.
Оҙон булды. Ошо рецепты бигерәк оҙон, күп яҙылған тип үтә лә китә инем. Юҡҡа икән. Беренсе тапҡыр тәмле пахлава килеп сыҡты.
Оригиналь рецепты "Kулинарная книга Алии " сайтында табырға мөмкин.
Читайте нас