Яйыҡ
0 °С
Облачно
Новости
21 Декабря 2020, 11:35

Үгеҙ юлға сыҡты

Көнсығыш календары буйынса Аҡ Металл Ҡомаҡҡа алмашҡа шундай уҡ Аҡ металл Үгеҙ килә.Бик ҡатмарлы, хикмәтле, “коронавируслы” 2020 кәбисә йылы аҙағына яҡынлаша. Алда - 2021 йыл. Киләһе йыл ниндәй булыр, беҙгә нәмәләр вәғәҙә итә?

Добавить в предпочтительные источники Google
Көнсығыш календары буйынса Аҡ Металл Ҡомаҡҡа алмашҡа шундай уҡ Аҡ металл Үгеҙ килә.
Бик ҡатмарлы, хикмәтле, “коронавируслы” 2020 кәбисә йылы аҙағына яҡынлаша. Алда - 2021 йыл. Киләһе йыл ниндәй булыр, беҙгә нәмәләр вәғәҙә итә?
Үгеҙ - көнсығыш йондоҙнамәһендә икенсе торған тамға. Легенда буйынса, арҡаһында 12 йыллыҡ йондоҙнамә циклын асҡан хәйләкәр Ҡомаҡ ултырғанлыҡтан, Будда байрамына ул беренсе булып килә алмай. Аҡыллы Үгеҙ һөмһөҙ йәнлек менән бәхәсләшеп тормай уға беренселекте биргән.
Аҡ төҫ уйҙарҙың сафлығын, намыҫлылыҡ һәм ғәҙеллекте аңлата. Ә тимер ныҡлыҡ һәм ышаныслылыҡты белдерә. Астрологтар Үгеҙ йылы тыныс һәм тотороҡло булыр, тип вәғәҙә итә. Был йылда шәхси мөнәсәбәттәр - мөхәббәт, ғаилә, дуҫтар күп көс талап итәсәк. Үгеҙ үҙенең ҡеүәте менән тирә-яҡтағыларҙы ҡурҡыуға һалырға тейеш түгел. Киреһенсә, хәҙер ул - яҡындарын ысын мәғәнәһендә һаҡлаусы. Эштәге йәки коллективтағы үҙгәрештәрҙең хәүеф тойғолары уятыуы ихтимал. Шуны ла онотмағыҙ: киләһе йылда ең һыҙғанып, тырышып эшләргә тура килер. Үҙегеҙ менән шөғөлләнергә ваҡыт. Уй-фекерҙәрегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ. Үгеҙ - ғаиләне ҡурсалаусы, шуға күрә ғаилә татыулығы алып килер. Яңы йылды өйҙә, яҡын һәм ҡәҙерле кешеләрең менән ҡаршылау яҡшыраҡ булыр. Коронавирус та сигенергә теләмәй, артыҡ аралашыу ҙа хәүефле.
Өйҙө нисек биҙәргә?
Яңы йыл алдынан, әлбиттә, өйҙө йыйыштырырға, иҫке әйберҙәрҙән ҡотолорға кәрәк. Йәшәгән урында ғына түгел, ә уйҙарыңды, аҡса эштәрен һәм йөкләмәләрҙе лә тәртипкә килтереү бик мөһим.
Үгеҙ сағыу төҫтәрҙе, бигерәк тә ҡыҙыл төҫтө, яратмай. Шуға күрә өйҙө биҙәгәндә тыныс тондарға өҫтөнлөк бирергә, күберәк тәбиғи әйберҙәр ҡулланырға кәрәк. Етен ашъяулыҡтар һәм салфеткалар, тәбиғи материалдарҙан - бесән бәйләме, тубырсыҡ, ботаҡтарҙан декор эшләү мөһим. Шыршыны ла мишура һәм уйынсыҡтар менән артыҡ биҙәү кәрәкмәй.
Кейем һайлайбыҙ
Үҙ һүҙле Үгеҙгә асыҡ төҫтәр оҡшай. Шулай уҡ ялтыр күк, асыҡ һоро, һарғылт, һөт төҫө, бәҫ төҫтәр урынлы. Кейемде аксессуарҙар– ағас, таш һәм төрлө металл биҙәүестәр меән байытыу мотлаҡ.
Нимә бүләк итергә?
Үгеҙ уңайлылыҡты ярата, шуға күрә ябай, файҙалы һәм арзан бүләктәр һайларға кәрәк. Спорт инвентары, матур һауыт-һаба, таҫтамал, постель кәрәк-ярағы, уңайлы пледтар, косметика саралары кеүек башҡа бик күп нәмәләр бүләк итергә була. Үҙ ҡулдарың менән, яһалған, бәйләнгән, тегелгән, сигелгән әйберҙәр яҡындарығыҙға иң яҡшы бүләк буласаҡ.
Өҫтәл әҙерләйбеҙ
Өҫтәлдә ғәҙәти ризыҡтар булһын. Үгеҙ артыҡ шапырынғанды яратмай. Һыйыр итенән тыш, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, һарыҡ ите, балыҡ, йәшел салаттар, оливье һәм тоҙло ҡыяр, кәбеҫтә, алма тураһында онотмағыҙ. Еләк-емеш компоты - был Яңы йыл өҫтәленә иң яҡшы эсемлек булыр. Кола һәм спрайттар ҡуйһағыҙ, Үгеҙ бик асыуланырға мөмкин. Алкоголь менән мауыҡмағыҙ. Бер аҙ аҡ шарап һәм шампан мөмкин.
Ә бына десерттар – туңдырма, шоколад, торт һәм башҡалар йыл хужаһы күңеленә хуш килер.
Ырымдар
Тормошто таҙа биттән башлағыҙ - кәрәге ҡалмаған әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ.
Элек шундай ғәҙәт булған - йәштәр Яңы йылды ҡаршы алғандан һуң, бөтә туғандарға һәм күршеләргә өйҙән-өйгә йөрөп уңыш килтерергә ашыҡҡандар.
Йылдың беренсе көнө күңелле булһа, йыл буйы шулай буласаҡ.
Яңы йыл кисендә әрләшергә, ҡысҡырырға йәки йәмһеҙ һүҙҙәр әйтергә ярамай - был яңы йылды "ҡурҡыта" һәм уңыш һеҙҙән һәм һеҙҙең ғаиләнән ҡасырға мөмкин.
Яңы йыл тыуғанда кем дә булһа сөскөрһә, бөтә йыл бәхетле буласаҡ.
Яңы йыл көнөндә бурыстарҙы ҡайтарырға ярамай - йыл буйы бурыстан башың сыҡмаҫ.
Йылдың беренсе көнөндә ауыр һәм ҡара эш башҡарырға ярамай - йыл буйы бер ниндәй ялһыҙ гел эшләргә тура киләсәк.
Яңы йыл өҫтәлендә аҙыҡ һәм эсемлек күп булырға тейеш - был киләһе йылға байлыҡ вәғәҙә итә.
Беренсе куранттар һуҡҡандан һуң яңы йыл һеҙҙең ғаиләгә нәмә алып киләсәген беренсе килгән кеше билдәләй, әгәр сәләмәт, бай кеше килһә, был бәхеткә, әгәр беренсе яратмаған күршегеҙ йәки гел зарлана торған туғанығыҙ килһә, яҡшы нәмә көтмәгеҙ.
Читайте нас