Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республикала 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеү башланғысы менән сығыш яһаны. Тәҡдим Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә ебәрелде. Шуны билдәләп үтәйек: тап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән республика етәксеһе Радий Хәбиров 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан иткәйне.
Бөтә донъя антидопинг агентлығы (ВАДА) бер йыл элек илебеҙгә ҡаты санкция һалғайны: спортсыларыбыҙға 4 йыл РФ флагы аҫтында сығыш яһау, Рәсәйгә Олимпиада-Параолимпиадалар, донъя чемпионаттары үткәреү тыйылды. Беҙҙекеләр риза булмайынса Халыҡ-ара спорт буйынса арбитраж судына ( CAS) мөрәжәғәт иткәйне, улар ҙа Рәсәйҙең ғәйепһеҙлеген таныманы, әммә яза ваҡытын ике тапҡырға – 2022 йылдың 16 декабренә тиклем ҡыҫҡартҡан. Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә барҙыр инде, бөгөнгө көндә ҙур спортта биохимик препараттар ҡайҙа ла киң ҡулланылыуы сер түгелдер. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, ҡоро тамашаға, бизнесҡа әйләндерелгән ҙур спортҡа аҡса әрәм иткәнсе, физик культураға, башҡа сәләмәт йәшәйеш сараларына күберәк финанс ресурстар
Декларация кампанияһы йомғаҡтары буйынса, дүрт миллион кеше йәшәгән Башҡортостанда – ун миллиардер һәм 29,5 меңгә яҡын миллионер теркәлә. Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, 1 декабргә (декларация тапшырыуҙың һуңғы көнө) 2019 йыл өсөн физик шәхестәр килеменә һалым буйынса 292 230 декларация ҡабул ителгән.Миллионерҙар һәм миллиардерҙар һаны йылдан-йыл арта бара: 2013 йылда – 13 мең миллионер, 2017 йылда – 20 мең, 2018 йылда шунса уҡ тиерлек миллионер һәм ете миллиардер иҫәпләнгән була. Кешенең бөтә байлығы тураһында һүҙ бара тип яңылышмағыҙ, бер генә йыл эсендә алған килем миллион-миллиардтар менән иҫәпләнә!
2020 йылдың өсөнсө кварталында Башҡортостан халҡының йән башына уртаса килеме 29 907 һум тәшкил иткән, тип белдерҙеләр Башстатта.Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, халыҡтың йән башына номиналь килеме — 96,4%, реаль килеме 92,7% булған.Дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың туғыҙ айында республикала һәр кемгә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 27 858 һум тура килгән. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылдың ғинуар-сентябренә номиналь килем – 98,5%, реаль килем 95% тәшкил иткән.Номиналь килем – кешенең хеҙмәт хаҡы, рента йәки табыш рәүешендә алған аҡсаһы.Реаль килем номиналь килемгә һатып алырға мөмкин булған тауарҙар һәм хеҙмәттәр һаны менән билдәләнә.
“Яндекс” корпорацияһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй халҡы 2020 йыл интернетҡа иң йыш индереп эҙләгән һүҙҙәр – “карантин”, “пропуск” һәм “конституция”. Коронавирустың атына ултырғас, пандемияның йырын йырлайбыҙ инде....
15 декабрҙә төндә Әбйәлил районында урынлашҡан Ҡарттар йортонда ҡос осҡос фажиғә теркәлде – 11 оло йәштәге кеше тереләй янып үлде. Тәфтишселәр янғын осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан, учреждениеның директоры ҡулға алына.«Башинформ» агентлығына урында йәшәүсе кеше һөйләүенсә, шәхси Ҡарттар йортоноң хужабикәһе – «һәйбәт ҡатын, балалар йортонан өс бала алды, өлкәндәргә лә ярҙам ҡулы һуҙырға булды, бының менән әллә ни күп аҡса эшләмәне». Агентлыҡҡа Ҡарттар йорто етәксеһенең яҡынса килеме тураһында ла хәбәр итәләр:«Ололар пенсияһынан 75 процент түләне. Ниндәйҙер билдәле хаҡ юҡ: барыһының да пенсияһы төрлөсә, шуға күрә сумма ла төрлөсә ине. Әгәр пенсия 15 мең һум булһа, үҙен ҡараған өсөн 10 меңдән саҡ ҡына күберәк бирҙе. Асылда, директор алама кеше түгел. Ошо аҡсаға нисек байырға мөмкин. Ҡарттар үҙҙәре ҡәнәғәт булған». Фажиғәнән һабаҡ алып, дәүләт үҙе ололар өсөн пансионатттар (ҡарттар йорто түгел!) булдыра башлаһын ине. Һәр кемгә айырым бүлмә бирелеп, яҡшы ҡарау ойошторлһа, байтаҡ әбей-бабайҙар түләүле пансионаттарға күсергә риза булырҙар ине.
Ҡайыш тағыу ҙа бик мөһим талап инде, әммә уныһы һәр кемдең шәхси именлеге. Ә бына руль артында ултырғандарҙың кеҫә телефондарынан ләстит һатыуҙарын күрһәң, күңел тамам ҡырыла. Кемдеңдер һөйләнсәк булыуы арҡаһында икенсе кешеләр зыян күреүе ихтимал бит. Бик кәрәк икән, туҡтап һөйләш тә, һуңынан яңынан ҡуҙғал! Юҡ шул, хәрәкәт иткәндә махсус ҡоролмаһыҙ телефондан һөйләшеү тыйылһа ла, бик һирәк водитель был талапты үтәй. Юл инспекторҙары күренһә, телефонды һалып өлгөрөрмөн, тип иҫәп тоталар. Бындай хөрриәт тең аҙағы күренде буғай. Мәскәүҙә юлдағы видеокамералар автоматик рәүештә руль артында телефондан һөйләшкән, ҡайыш таҡмаған водителдәрҙең видеояҙмаларын махсус компьютер программаһына индерә башлаған. Ошо рәүештә тәүге 2 400 административ штрафтар һалынған да инде.
«Һеңлекәш» фильмы Италияла Х «Витторио Венето» халыҡ-ара балалар фильмдары кинофестивалендә йәштәр фильмдары араһында иң яҡшыһы булды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән картинаның режиссеры – Александр Галибин.