Эйе, республикала иң күп шәхси тракторҙар – Учалыла. “Гостехнадзор” инспекцияһы начальнигы Вилора Фәхретдинованың әйтеүенсә, 1 декабргә районыбыҙҙа 2001 дана үҙйөрөшлө машина һәм 427 тағылма теркәлгән, 76 проценты – граждандар эйәлегендә.
Әммә был ҡаҙаныш өҫтәмә яуаплылыҡ та һала. Башҡортостанда йыл башынан үҙйөрөшлө машиналар ҡатнашлығында 30 юл-транспорт һәләкәте, 11 бәхетһеҙлек осрағы булған -17 кеше үлә, 32 кеше имгәнә...
Беҙҙә лә барыһы ла ал да гөл тиерлек түгел. Үткән айҙа күләмле контроль-профилактик рейдар үткәрелгән икән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, техниканы теркәү ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән, тейешле категорияға эйә булмайынса, йә страховка документтарын юлламайынса үҙйөрөшлө машиналар менән идара иткән кешеләргә һәммәһе 4800 һумлыҡ административ штарфтар һалына. Язала ғына эш түгел инде, беҙҙә тракторҙар рәсми һандарҙан да байтаҡҡа күберәк буғай. Бәлә килмәһен өсөн, һәр береһе теркәлһен, техник ҡарау үтһен, тейшле бөтә документтары булған механизаторҙар ғына идара рычагтарына тотонһон ине....