Яйыҡ
+28 °С
Облачно
Новости
23 Декабря 2020, 05:55

Бәлә-ҡазалар бөтһөн

2020 йыл береһе өсөн дә еңел булманы. Һуңғы көндәрҙәге күңелде өшөткөс хәбәрҙәрҙән һуң, быны айырыуса асыҡ аңлайһың.

2020 йыл береһе өсөн дә еңел булманы. Һуңғы көндәрҙәге күңелде өшөткөс хәбәрҙәрҙән һуң, быны айырыуса асыҡ аңлайһың.
Тәүҙә бар Башҡортостан 11 декабрҙә Әбйәлил районындағы шәхси ҡарттар пансионатындағы янғындан һуң тетрәнгәйне. Ут ул ваҡытта ун бер кешенең ғүмерен өҙҙө. Бына тағы ла күңелде өшөткөс фажиғә теркәлгән. Етмәһә үҙебеҙҙең Учалы районында.
18 декабрь көнө киске алты тирәләрендә Баттал ауылында ҙур янғын сыға. Ут Йәштәр урамындағы 56 квадрат метр майҙанлыҡ ағас йортто ялмап алған була. Ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етеп, утты ауыҙлыҡлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғә урынында 1968 һәм 1959 йылғы ике ирҙең кәүҙәләре табыла. Бер ҡатын ҡотҡарылған, тип хәбәр итә Башҡортостан янғын надзорының Учалы һәм Әбйәлил райондары буйынса баш дәүләт инспекторы Рим Йәриев. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана, тәфтиш бара.
9 декабрь көнө Ижад һарайындағы “Дельфин” бассейнында балалар ағыулана яҙҙы.
БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был көндө 7 йәштән 12 йәшкә тиклемге 16 бала бассейнда күнекмәләр үткән була. Шул уҡ ваҡытта учреждениеның слесаре канализацияны таҙартҡанында һыу ағымына (сток) химик реагент һала. Матдә торбала ҡалған хлор менән реакцияға инеп, газ барлыҡҡа килә һәм тотош бассейн буйынса тарала.
Һөҙөмтәлә дүрт бала ағыуланыу менән дауаханаға оҙатыла. Тикшереү барышында слесарҙең быға тиклем дә енәйәт яуаплылығына тарттырылғаны асыҡлана. Суд алдына баҫмағанлыҡтан, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия тарафынан ыңғай ҡылыҡһырлана.
Әле прокуратура Ижад һарайы директорына ҡарата административ эш асҡан. Тикшереү бара. Шулай, йәмәғәт, кәбисә йылы быйыл бик ауыр булды. Бәлә-ҡазалары шуның менән бөтһөн инде.
Читайте нас