Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
23 Декабря 2020, 05:27

Берҙәмлектә – көс

Клубты төҙөкләндерергә ине

Халҡы берҙәм булһа, ауыл күркәм. Беҙҙең Ғәлиәхмәрҙә элек-электән татыу, ярҙамсыл, эшһөйәр кешеләр йәшәй.
Колхоз-совхоз заманындағы бесән ваҡытын ғына иҫкә алайыҡ. Бесән сапҡанда 7 кластан өлкәнерәк балалар, йәштәр һәм ололар бригадалары булды. Һә, тигәнсе Бөтөк, Йәшкел, Ҡыштау, Күрән, Яркисеү яландарын сабып, кәбән өйөп ҡуя торғайнылар.Төрлө өмәләргә, бура мүкләүме, ололарға ярҙам итеүме, ауыл халҡы дәррәү сығыр ине. Хәтерҙә, күмәкләп килешеп, һуғыш ветерандарына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, өй урындарын бер тирәлә, ҡояшҡа ҡаршы ерҙә бүлгән булалар. Ҡәйүм Мәғәфүров, Фәрит һәм Вәлит Лоҡмановтар, Ғиниәт Һиҙиәтов, Ғазыуан һәм Ғофран Ғәлиндар, Фуат Лоҡманов, Хәҙисов Халидар бабайҙарҙың өйҙәре бер рәттә ултырҙылар, әҙәп һаҡлап араларына икенселәр һис тә ҡыҫылманы.
Ошо матур йолалар әле лә дауам итә. Бына быйыл “Матур ауыл” район конкурсында 17 ултыраҡ араһында Ғәлиәхмәр 1-се урын алды, 150 мең һумлыҡ сертификат менән дәртләндерелде. Был да халыҡтың берҙәмлегенең һөҙөмтәһе инде. Был һынауға әҙерлектә ауылдың бөтә халҡы ҡатнашты. Айырыуса Ғәлиндар, Мәғәфүровтар, Мөхәмәткилдиндар, Лоҡмановтар һәм башҡалар әүҙемлек күрһәтте. Ауыл старостаһы Сәлих Шаһимарҙанов, ауыл Советы депутаты Фәрүәз Ишбаевтар үҙҙәренең техникалары менән өмәләрҙең уртаһында булдылар. Ғөмүмән, хәленән килгәнсе барыһы ла тырышты. Спонсорҙар ҙа байтаҡ табылды.
Ғәлихмәрҙән ситтә йәшәгәндәр исеменән барлыҡ ауылдаштарға, Амангилде ауыл Советы хакимиәте башлығы Илдар Килмөхәмәтовҡа ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Аллаһ бойорһа, тыуған төйәгебеҙ артабан да балҡып, һоҡландырып торор. Ана бит, үрҙә әйткән еңеүгә шатланып та бөтмәнек, булдыҡлы ауылдаштар яңы эшкә лә тотондолар.
Ауыл клубына капиталь ремонт үткәреүҙе хәстәрләү тураһында һүҙ бара. ППМИ, рәсми телдә – “Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә урындағы инициативаларға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫештереү проекттарын тормошҡа ашырыу” программаһында ҡатнашырға һәм еңергә ине. Пандемиянан һаҡланыу талаптарына буйһоноп, был хаҡта граждандарҙың алдан үткәрелгән йыйылышы саф һауала, клуб алдында ойошторола. Конкурста ҡатнашыуҙың ҡалған этаптарын башҡарғанда анкета тултыртыу, фотофиксация алымдарына өҫтөнлөк биреләсәк, ти. Нисек кенә булмаһын, берҙәм халҡыбыҙ тағын да еңер тип ышанабыҙ!
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы
Читайте нас