Яйыҡ
+15 °С
Облачно
Новости
23 Декабря 2020, 05:40

Еңеүсе менән танышығыҙ

Отош дауам итә. Еңеүсебеҙ - Таңһылыу Мирасова. Бүләккә ул фен һәм май һала торған һауыт отто.

Отош дауам итә. Еңеүсебеҙ - Таңһылыу Мирасова. Бүләккә ул фен һәм май һала торған һауыт отто.
Таңһылыу Мофассал ҡыҙы 45 йыл ғүмерен Абҙаҡ һәм Мансур мәктәптәрендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүгә арнаған. Шуның 22 йылында директорҙың уҡыу буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарған. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.
Тормош юлдашы Таймас Фатих улы - Хеҙмәт даны ордены кавалеры. Хеҙмәт стажы 50 йылға яҡын. Заманында “Абҙаҡ” совхозында механизатор, агроном булып эшләгән.
Мирасовтар өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, ете ейән-ейәнсәрҙәре бар. Таңсулпан ҡыҙҙары ҡалала балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Дүрт бала әсәһе. Заһит улдары ғаиләһе менән Норильск ҡалаһында төпләнгән. Ике бала атаһы.
Читайте нас