Ишдәүләт Сафиуллин
Сәғәт.
Көтмәгәндә-нитмәгәндә, бесән ваҡытында Басир бабайҙың ҡул сәғәте юғалып ҡуйҙы. Әллә ҡайһы арала ҡулынан һыпырылып төшкән дә ҡалған бит ҡәһәр төшкөрө нәмә. Эй көйәләнде, эй өтәләнде быға ҡартың. Бесән йы-йыу ҡайғыһы китте. Көйәләнмәйсә теге, сәғәте лә ниндәй бит әле! Үҙе әйт-мешләй «уаяннай камандирский». Әрмелә хеҙмәт иткән сағында рота коман-диры Ершов үҙ ҡулынан сисеп бүләк иткән үтә лә ҡәҙерле әйбер ине. «Береги эти часы и себя тоже, товарищ сержант Басир!» тигәйне ул бөтә часть алдын-да ғорур тауыш менән. Был бүләккә бабай, йәғни ул саҡтағы сержант Басир Батыршин, заставала торғанда сикте боҙоп үтергә маташҡан бер төркөм шпи-ондарҙы ҡулға алғаны өсөн лайыҡ булғайны. Шул сәғәтте ул 50-се йылдарҙа әрменән ҡайтҡаны бирле бер тапҡыр ҙа ҡулынан төшөргәне булманы. Ҡайҙа ғына булмаһын: урам-фәләнгә сыҡҡандамы, ҡунаҡ-мәжлестәрҙәме, эштәме-аштамы тигәндәй, ул ошо бүләген башҡаларға күрһәтеп, уның тарихын ҡат-ҡат һөйләп, үҙенсә ғорурлыҡ тойғоһо кисереп йөрөй торған булды. Был ғәҙә-те ҡартайғас та ташламаны уны. Бәғзе бер уҫал теллеләр уның турала «Басир ҡарт йоҡлағанда әбейен түгел, тик сәғәтен генә ҡосаҡлап йоҡлай икән» тигән хәбәр таратып бөттөләр хатта. Унан да бигерәк, хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоз кәнсәһендә баш бухгалтер булып эшләгән Басир бабай, ғүмере буйына аңына һеңгән ғәҙәтенә тоғро ҡалыпмы, һаман булһа иҫәплек-теүәллекте ярата ине. Сәғәте уға бик күп ярҙам итте. Уға ҡарап, ҡарт ваҡытты ғына түгел, хатта көн торошон да яңылышмай әйтеп бирә ала ине.
Улан-ейәндәрен эйәртеп, бесәнлеген арҡырыһын-буйына йөрөп ҡабат-ҡабат тикшереп эҙләп сыҡһа ла, ҡәҙерле сәғәт табылманы. Күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡҡан нәмә ҡайҙа китергә мөмкин? Энә түгел бит инде һәр хәлдә бесән араһына кереп китергә. «Моғайын һайыҫҡан сәлдергәндер, ул ғә-ҙәттә ялтыр-йолтор нәмә йыйыусан» тип, ейәндәре яҡын-тирәләге ояларҙы ҡараштырҙылар, әммә уларҙа ҡоро сыбыҡ-сабыҡтан башҡа бер ни ҙә булмай сыҡты. Юғалмаҫ ине лә. Бик оҙаҡ йөрөтөүҙән һуңғы йылдарҙа уның күн ҡа-
йышы ныҡ ҡына туҙып бөткәс, бер ейәне сәғәткә металдан эшләнгән сыл-бырлы браслет ҡуйып биргәйне. Шул браслеты аҙаҡҡа табан ҡарттың һуры-шып, ҡоро тире лә һөйәккә әүерелә барған тарамыш беләгендә эләгеп тормай, аҫлы-өҫлө шыуғылап йөрөй башланы. Әленән әле тарттырғылап, һыҡтырып та ҡаранылар, ләкин сылбыр һаман әкренләп киңәйә барҙы. Әбейе «Етер инде шул сәғәтеңде һаман тағырға! Муҙы ҡыуаһыңмы әллә? Йәштәр ҡошап ней мына» тип һуҡранһа ла, бабайы уны тыңламаны.Ашы аш, төшө төш булмай башланы ҡарттың. Көнө-төнө юғалған сәғә-тен уйлап, бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелде ул. Балалары быға һағайышып, аталарының ҡайғыһын баҫыр өсөнмөлөр, үҙҙәре йәшәгән ҡаланан өр-яңы сә-ғәт алып ҡайтып бүләк итеп ҡаранылар. Өлкән улы Таһир «Атай, быны теге юғалғаның ише туҡтауһыҙ борғолап, заводить итеп тороу кәрәкмәй. Был электрон сәғәт. Батарейка менән эшләй. Көсө бер йылға тулыһынса етә» тиһә лә, бабайҙың был бүләккә күңеле һис тә ятманы. Шулай ҙа, ысын күңелдән атаһының хәлен уртаҡлашып торған улының хәтерен ҡалдырмаҫҡа ты-рышыпмы, «сервантҡа һалып тор, улым, һуңыраҡ тағырмын» тиеү менән ге-нә сикләнде. Ейәне Роберт «Дедушкаға мобильник подарить итергә кәрәк. Уның за то бөтә нәмәһе лә була: сәғәте лә, ватсабы ла. Часики давно не в мо-де!» тип кенә ҡуйҙы. Беҙ ҡапсыҡта ятмай тигән кеүек, Басир бабайҙың сәғәтен юғалтыуы ха-ҡындағы хәбәр бөтә ауылды урап сыҡты. Төрлөсә һүҙ сурыттылар ғына:
– Йә инде, туҡһанға аяҡ баҫҡан ил ҡартының иң яратҡан, күҙ терәп торған әйбере юғалһынсы әле! Кем алған, кем тейгән инде ул ер йот-ҡорон?!
– Әйтмә лә теге. Атын юғалтһа ла, әҙәм шул тиклем ҡайғырмаҫ!
– Һай-һай, йәненән дә артыҡ ҡәҙерле күрҙе шул сәғәт кенәһен!
– Хәҙер ҡалайта инде? Ҡайғыһынан алъяп ҡына китмәһә ярай ҙа.
– Тәүбә-тәүбә, әстәғәфирулла! Хоҙайым күрһәтмәһен бәләһен!
Хәтимә әбей меҫкен ҡартының төндәрен дә сәғәте менән һаташып, ың-ғырашып ятҡанын тыңлап-тыңлап, ахыры сиктә түҙемлеге бөткәс, бер көндө ул өйҙә юҡтан файҙаланып, түбән оста ноҡот һалыусы әхирәте Батимаға сы-ғып китте. Ара-тирә юрағандары дөрөҫкә сығып ҡуйған була уныһының да. Ҡарты ырым-юрауҙарға ышанмай. Ҡарсығының ноҡот һалдырырға киткә-нен белһә, мотлаҡ «шул юҡ-барға иҫең китер ҙә йөрөр инде һинең» тиәсәк. Шуға күрә ҡуйынына һандыҡ төбөндә электән тейелмәй ятҡан, ҡасандыр бү-ләккәме, йә хәйергәме төшкән импорт яулыҡ менән бер әсмүхә сәй ҡыҫты-рып, сығып та йүгерҙе.
Батима ҡарсыҡ ашыҡмай ғына уҡына-төкөрөнә, шартына килтереп, өс тапҡыр ноҡот һалды. Унан бер аҙ уйланып ултырғандан һуң:
– Нигеҙегеҙгә төшөргә тора, әхирәт. Сит-ят әҙәм ҡулына теймәгән. Ал-ла бойорһа табылыр. Эйәһе үҙ ҡулдары менән табып алырға тейеш. Һөйөнсөләү-нейтеү булмағанға оҡшай. – тип һығымта яһаны.
– Эй, хоҙайым, табылһа ғына ярар ине лә. Шул нәмә тип, ҡара ҡайғы-ларға ғына батты бит әйтәгүр. Торһа ла – сәғәт, ятһа ла – сәғәт!
– Шулай инде, әхирәт. Урлатҡан бер гонаһлы, юғалтҡан мең гонаһлы, тип белмәйенсә әйтмәгәндәрҙер. Табылыр, иншалла, табылыр!
Әхирәтенең юрауы күңеленә бер яҡтан өмөт һалһа ла, икенсе яҡтан бә-хәсле мең төрлө һорауҙар тыуҙырҙы. «Һөйөнсөләүсе булмаясаҡ, үҙ ҡулы ме-нән табыр тине. Ҡайҙан, ҡалайтып табылыр икән? Бесәнлектең һәр тишеген аҫтын-өҫкә килтереп нисәмә тапҡыр эҙләне бит инде». Шик-шөбһәләренә бер аҙ сик ҡуйыр өсөнмө, йә ахыры сиктә аптырағанданмылыр, ул ҡартының бе-сәнгә кейеп йөрөгән кейем-һалымдарын да тикшереп сыҡты. Бабайының үҙ әйберҙәрен кейем кеҫәләренә һалып йөрөтмәгәнен белһә лә, батып барыусы-ның һуңғы һаламға йәбешкәне кеүек булды инде быныһы ла.
Иртәгәһен Басир бабайҙарға урмансы Тимерғәле килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ҡулындағы ҡағыҙҙы ҡартҡа һоноп:
– Олатай, һеҙҙең бесәнлек эргәһенән лесхоз диләнкә аса. Бына кисә генә райондан күрһәтмә алып ҡайттым. – тип хәбәр һалды.
+19 °С
Ясно



